“Башҡортостан” гәзите, 30  декабрь, 1936 йыл

 

(“Ҡыҙыл Башҡортостан” гәзите,  1941 йыл, 18 апрель).

     “Башҡортостанда Пушкин  көндәре алдынан” тупланмаһынан.

   Дүртөйлө. Район көтөпханаһы, рустың бөйөк шағиры Пушкиндең  үлтерелеүенә йөҙ йыл тулыуға ҡарата  шағирҙең әҫәрҙәренән һәм уның тураһында яҙылған материалдарҙан күргәҙмә ойошторҙо.  Көтөпхана егерменсе декабрҙә күргәҙмәгә һәм көтөпханаға килеүселәргә Пушкин әҫәрҙәрен ҡысҡырып уҡыуҙы үткәрҙе.

     Б.Моҡамай.

                Татлы эсемлек һыуҙарын  етештереүҙә

                       Өфө-Ҡазан заводтары ярышы.

     “Башспирт” тресының  Өфөләге … заводы, йыллыҡ планды ваҡытынан алда үтәп сығыуҙа Ҡазан  … заводының  социалистик ярышҡа  саҡырыуын  ҡабул иткәйне.  Өфө заводы йыллыҡ планды йөҙ процентҡа үтәп сыҡты. Ҡара ҡарағаттан,  Киев сейәһенән, алманан анжуйка, настойка, ликер һыуҙарын  20 мең декалитр итеп эшләне.

  С.К.

(“Башҡортостан” гәзите, 30  декабрь, 1936 йыл)

 

  “Салауат Юлаев”фильмы –Алыҫ Көнсығышта.

    Башҡорт халҡының героик үткәнен, уның батша колонизаторҙарына ҡаршы баш  күтәреүен һәм рус халҡы менән берлектә, ҡулға-ҡул тотоноп самодержавиегә ҡаршы батырҙарса көрәшен сағылдырған “Салауат Юлаев” фильмы Алыҫ Көнсығыш кинотеатрҙарында күрһәтелә. Алыҫ Көнсығыш хеҙмәтсәндәре фильмды ҙур ҡыҙыҡһыныу менән  ҡарайҙар һәм уның тураһында яҡшы отзывтар бирәләр.

         М. РАУИЛОВ.  Хабаровск ҡалаһы.

Сөенечләр уртак булсын!
Сөенечләр уртак булсын!
Аҡлы-ҡаралы юлдар
Уңайлы мөхит. Һорауҙар һәм яуаптар.
Уңайлы мөхит. Һорауҙар һәм яуаптар.
Аҡлы-ҡаралы юлдар
Брендтар һәм кооперация
Брендтар һәм кооперация
Аҡлы-ҡаралы юлдар