”Ҡыҙыл Башҡортостан” гәзите, 5 декабрь 1938 йыл.

   

Яуаплы редакторы Ш.Ғимаев).

          Бөтә халыҡ байрамы.

 1936 йылдың 5 декабрендә Советтарҙың  Ғәҙәттән тыш 8-се Бөтә Союз съезы СССР-ҙың  яңы Конституцияһын ҡабул итте. Беҙҙең халҡыбыҙ ул Конституцияны уны ижад итеүсенең исме менән – Сталин Конституцияһы тип атаны.

    5 декабрь көнө  шул  ваҡыттан алып  бөтә халыҡ  байрамына әүерелде, сөнки был көндө эшселәр һәм  крәҫтиәндәрҙең социалистик  дәүләтенең, капиталистарҙы, помещиктәрҙе һәм кулактарҙы юҡ  иткән, бөтә власть хеҙмәтсәндәр ҡулында  булған донъяла берҙән-бер яңы Конституция раҫланды.

    …Марксизм-ленинизмдың бөйөк байрағы аҫтында, Сталин Конституцияһы байрағы аҫтында тағы ла ҙур еңеүҙәргә ирешербеҙ.

 

                            Конституция тураһында халыҡ йырҙары.

Таң атҡанда һандуғатсар

Баҫып  һайрайҙар талға.

Законыбыҙ  хоҡуҡ  биргән

Хеҙмәт, белем һәм ялға.

Конституциябыҙ бар –

Беҙҙең төп Законыбыҙ.

Уның менән сәскә ата

Беҙҙең киң  ватаныбыҙ.

Бабай, һиңә нисә йәш,

Миңә булды ун һигеҙ.

Советтарға һайлағанда

Икебеҙ ҙә бер тигеҙ.

Сәскәләргә беҙ биҙәрбеҙ

Колхоздарҙың  станын.

Һәр көн яңы еңеүҙәргә

Алып бара Сталин.

Тура, йәшерен юл менән

Һайланыҡ  беҙ үҙебеҙ.

Был хәлдәргә ирештерҙе

Сталин һөйөклөбөҙ.

 (”Ҡыҙыл Башҡортостан” гәзите. 5 декабрь 1938 йыл.

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусин ижады.
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусин ижады.
Аҡлы-ҡаралы юлдар
Башҡорттар
Аҡлы-ҡаралы юлдар
Ғаиләне ҡурсалау - дәүләт бурысы
Ғаиләне ҡурсалау - дәүләт бурысы
Аҡлы-ҡаралы юлдар
Рули трезво: как в Башкирии борются с пьяными водителями
Уфимская волна