“Ҡыҙыл Башҡортостан” гәзите, 5 декабрь, 1938 йыл(дауамы)

 

Яуаплы редакторы Ш.Ғимаев.).

    Башҡортостан  хеҙмәтсәндәренең үҙ матбуғаты бар.

   Батша Россияһы  ваҡытында хеҙмәтсәндәрҙең, шул иҫәптән Башҡортостан хеҙмәтсәндәренең дә, матбуғат азатлығы һәм үҙ матбуғаты юҡ ине.  Тик октәбрь социалистик революцияһы ғына уларға  матбуғат азатлығы бирҙе һәм үҙ матбуғатын үҫтерҙе.  Хәҙер Башҡортостан хеҙмәтсәндәренең үҙ әсә телдәрендә  матбуғаты бар.

  Башҡортостанда башҡорт, рус, татар телдәрендә  7 исемдә өлкә газетаһы сыға. Уларҙың разовый тираждары 1937 йылда  110 мең 950, 1938 йылда план буйынса 123 мең 100 данаға тулырға тейеш, ә 1939 йылда план буйынса 171 мең дана булырға  тейеш. Ҡала һәм  район газеталары хәҙерге көндә 82  исемдә булып  уларҙың разовый  тираждары 266 мең дана булған, ә 1939  йылда 288 мең 500-гә барып  етәсәк… Өлкә дәүмәлендә  өс исемдә журнал сыға.

  Өфө ҡалаһының  пионерҙар йортонда балалар үҙҙәренең буш ваҡыттарын күңелле итеп үткәрәләр. Һүрәттә: балет түңәрәге.

В.Башкиров фотоһы.

  Ишембай, дүрте(БашТАСС).  Ишембай нефть промыслаһының  стахановсылары Сталин Конституцияһының ике йыллығын производствола яңы еңеүҙәр менән ҡаршыланылар. Промысла 2 декабргә йыллыҡ плндан тыш 70  мең 600 тонна нефть бирҙе.

 (“Ҡыҙыл Башҡортостан” гәзите, 5 декабрь, 1938 йыл.

Илһам бирсен очрашулар!
Илһам бирсен очрашулар!
Аҡлы-ҡаралы юлдар
Полилингваль мәктәптәр - яңы стратегия
Полилингваль мәктәптәр - яңы стратегия
Аҡлы-ҡаралы юлдар
Сүп-сар мәсьәләһенә етди ҡараш.
Сүп-сар мәсьәләһенә етди ҡараш.
Аҡлы-ҡаралы юлдар