"Башҡортостан" гәзите, 7 декабрь 1937 йыл

 

Яуаплы редактор урынбаҫары Н.Ғәрипов).

  Һайлауҙар көнөнә – 12 декабргә биш кенә көн ҡалды. Был көндәрҙе кандидаттар өсөн – ватаныбыҙҙың  иң яҡшы кешеләре өсөн агитацияны  тағы ла киңерәк йәйелдереү,  бөтә һайлаусыларҙың да һайлауға  берҙәм рәүештә  килеүҙәрен тәьмин итеү өсөн  файҙаланайыҡ. 

……

  Һайлаусыларҙы  культуралы хеҙмәтләндереү, Ҡалдар(Йомағужа районы) һайлау участкаһында  күсмә кинотеатр килеп, һайлаусыларға  тауышлы “Һуңғы көн” кинокартинаһын күрһәтте. Киноға участкаға ингән “Салауат” һәм  “Яныш” колхоздарының  һайлаусылары килделәр.  Бөтәһе өс йөҙҙән артыҡ кеше ҡараны.

  Кино алдынан  һайлаусылар Мәләүез һайлау округы буйынса СССР Верховный  Советына депутатлыҡҡа  кандидат  итеп регистрацияланған  Ибраһимов, Ситников һәм Горшенин иптәштәрҙең  тәржемәи хәлдәре менән таныштырылды.

   Сәйфи Ҡарабаев.

СССР  Верховный Советына депутатлыҡҡа кандидат

  СССР ҡыҙы большевичка Шәрифә.

  1930 йыл, сентябрь айы.  Париждең ҙур гүзәл  залдарының береһендә  халыҡ-ара кооператив  альянсының  конгрессы бара. …”Революция” һүҙен ишеткәндә тәндәре сымырҙап китә торған кеше ғәләмәттәре  йыйналғандар унда.

  …Бына бер ваҡыт  Европа консерваторҙары  өҫтөндә конгресс трибунаһына  янып торған  ҡара ғусҡыл сәсле,  ҡарағат кеүек  ҡара күҙле, ҡыҫҡа буйлы бер ҡыҙ ҡалҡынды. … СССР ҡыҙы үҙенең ялҡынлы  телмәре аша конгресс өҫтөнә  йөҙ ҙә етмеш миллион  бөйөк халҡының  һуғышҡа, фашизмға ҡаршы нәфрәтен, утлы асыуын ырғытты. Ул һүҙҙәрен батыр рәүештә  консерваторҙарҙың  күҙҙәренә ҡарап әйтте.  Эйе, ул ҡурҡманы… Сөнки уның  артында бөйөк ватан – шатлыҡ, бәхет баҡсаһы булған геройҙар иле –СССР һәм уның  170 миллион халҡы  тора ине. …Был Ҡәнзәфәр ауылында икмәккә туя алмай һәләк  булған Тимерғәзе ҡарттың ...ҡыҙы, Сибәғәт кулактың батрачкаһы, ВЛКСМ Үҙәк Комитете секретаре Шәрифә Тимерғәлина ине. …Поезд Арғаяш станцияһынан  етем балаларҙы тейәп ҡуҙғалып киткән  көндән бары 13 йыл ғына үткән. Ә ниндәй ҙур һикереш! Париж өсөн әлбиттә был мөғжизә.  Ә  Сталин Конституцяиһы ҡоласы аҫтында йәшәүсе ил халҡы өсөн был ғәжәп хәл түгел.

       Мөслим Марат.

( “Башҡортостан” гәзите, 7 декабрь, 1937 йыл.

Башҡорт теле айлығы
Башҡорт теле айлығы
Аҡлы-ҡаралы юлдар
Уралым бөркөттәре
Уралым бөркөттәре
Аҡлы-ҡаралы юлдар
Ат уйнатып алдан бара...
Ат уйнатып алдан бара...
Аҡлы-ҡаралы юлдар