”Ҡыҙыл Башҡортостан” гәзите.  8 декабрь, 1938 йыл

     

(”Ҡыҙыл Башҡортостан” гәзите.  8 декабрь, 1938 йыл. Яуаплы редакторы Ш.Ғимаев).

   Сталин Конституцияһы –бөтә халыҡ байрамы.

    Яңауыл.  Бында  митинг булды.  Конституцияның ижадсыһы бөйөк Сталин   хөрмәтенә   ура тауыштары стадионда яңғыраны.

  Хасан күле районында булған һуғыштарҙа  ҡатнашыусы орденлы Сибәғәтуллин, Шакиров, Заһретдинов, Муллаяров, Воробьев иптәштәрҙең  сығыштарын митингта ҡатнашлыҡ итеүселәр көслө алҡыштар  менән ҡаршыланылар.  Улар данлыҡлы Ҡыҙыл Армияның боецтары һәм командирҙәре ҡәбәхәт самурайҙарҙы  нисек туҡмауҙары тураһында   һөйләнеләр.

 2 декабрҙә Кремлдә СССР Верховный  Советы Президумының  председателе  М.И Калинин Ҡаҙағстандың  халыҡ йырсыһы  Жамбул Джабаевҡа Ленин орденын тапшырҙы. Һүрәттә: М.И.Калинин  Жамбулды юғары награда менән ҡотлай.

  Ип. С.Р.Әлибаевты Башҡортостан АССР-ҙың  Мәғариф Халыҡ комиссары  хеҙмәтенән   алып һәм ип. М.Ш.Хасановты  Башҡортостан АССР Мәғариф Халыҡ комиссары итеп раҫлау тураһында  БАССР  Верховный Советы Президумының Указы.

 1. Сәғит Рәхмәт улы Әлибаев  иптәште Башҡортостан Мәғариф халыҡ комиссары  хеҙмәтенән алырға.

2. Мәғариф Шакир улы Хасанов иптәште  Башҡортостан АССР-ҙың  Мәғариф  Халыҡ комиссары  итеп раҫларға.

Башҡортостан АССР Верховный Советы Президиумы председателенең урынбаҫары: И.Долганов.

Башҡортостан АССР Верховный Советы Президиумыеың   секретары: М.Вальшин.

  Ҡарттар йорто асылды.

  Дыуан районында 8 кешелек, Иглиндә 7 кешелек ҡарттар йорто эшләнеп бөттө. Благовещен районында ҡарттар йорто  2 йыл эшләп килә. Наркомсобес был йорттарҙа хеҙмәтләндереүселәр тотоу өсөн  йыл һайын 20 мең 821 һум аҡса бирәсәк.

 Ҡарттарға курортҡа, ял итеү йорттарына барыу өсөн 33 мең 243 һумлыҡ путевка бушлай бирелгән.  Һуңғы 9 ай эсендә  колхоз  ярҙам кассалары тарафынан 2 мең 163 йәтим балаға 117 мең 719 һум аҡса бирелеп, улар бөтәһе лә уҡыуға урынлаштырылғандар. 

  Фәхри.

Башҡорттар
Башҡорттар
Аҡлы-ҡаралы юлдар
Башҡорт теле көнө
Башҡорт теле көнө
Аҡлы-ҡаралы юлдар
Ситтәр юҡ бында.
Ситтәр юҡ бында.
Аҡлы-ҡаралы юлдар