”Ҡыҙыл Башҡортостан” гәзите, 9 декабрь  1938 йыл .

 

(”Ҡыҙыл Башҡортостан” гәзите, 9 декабрь  1938 йыл).

   Хроника.

 Иптәш Н.И.Ежов, үҙенең  һорауы буйынса, Һыу транспорты Халыҡ комиссары итеп ҡалдырылып, Эске  эштәр халыҡ комиссары вазифаларынан бушатылды. СССР Эске эштәр Халыҡ комиссары булып  иптәш Л.П.Берия раҫланды. (ТАСС).

  Бөтә Союз халыҡ переписенә әҙерлек.

                             Массовый эштәр көсәйтелә.

Байҡыбаш районында  бөтә Союз  халыҡ переписен үткәреүгә әҙерлек эштәре яҡшы  йәйелдерелде. Район күләмендә 39 дөйөм йыйылыш үткәрелеп, унда халыҡ переписенең әһәмиәте тураһында докладтар ҡуйылды. Был докладтарҙы тыңлауҙа 5 мең 774 кеше ҡатнашты… Районы газетаһының  алты номерында махсус бүлектәр бирелде.

 Ләкин бында етшеһҙлектәрҙән  шуны әйтеп үтергә кәрәк, халыҡ переписен үткәреүгә кәрәкле булған материалдарҙы һаҡлау өсөн ошо көнгә тиклем суйын һандыҡ булдырылмаған.

   Ғәҙел.

  Колхоздар кооперацияға иген һаталар.

 Красноусол районы “Большевик” колхозы колхозсыларҙың дөйөм йыйылышында ҡабул ителгән ҡарар нигеҙендә 850 центнер игенде кооперацияға һаттылар. “Шәреҡ”, “Маяҡ” колхоздары ла кооперацияға иген һатып ауыл хужалығы машиналарына заказ бирҙеләр.

  Н.Фәрхшатов.                  

             Малдар яҡшы торлаҡ менән тәьмин ителмәгән.

   Көйөргәҙе районы Малаҡан ауыл Советы “Әхмәт” колхозы дәүләткә  иген тапшгырыу, ссуда ҡайтарыу һәм МТС эше өсөн натуралата түләүҙе йөҙ процентҡа үтәне. Ашлыҡ һуғыуҙы ла тамамланы.  Хәҙер колхозда доход бүлеүгә әҙерлек и эштәре башланды. Ләкин колхозда  бөтә  мөмкинлектәр булыуға ҡарамаҫтан, малдар ҡышлыҡҡа йылы торлаҡ менән тәьмин ителмәгәндәр.  Мал  торлаҡтарының  түбәһе  яҡшы итеп ябылмаған. Бәрәс һәм быҙауҙарға айрым торлаҡ юҡ.

  Колхоздың хужалыҡ мөдире  Сәләх Йәнбирҙин “торлаҡ эшләнеп бөттө” тип күҙ буяуҙан башҡаны белмәй.

Р.Әхмәров.

Сөенечләр уртак булсын!
Сөенечләр уртак булсын!
Аҡлы-ҡаралы юлдар
Уңайлы мөхит. Һорауҙар һәм яуаптар.
Уңайлы мөхит. Һорауҙар һәм яуаптар.
Аҡлы-ҡаралы юлдар
Брендтар һәм кооперация
Брендтар һәм кооперация
Аҡлы-ҡаралы юлдар