”Башҡортостан” гәзите, 12 декабрь 1937 йыл.

 

Яуаплы редактор урынбаҫары Н.Ғәрипов).

  Коммунистар  һәм  партияһыҙҙарҙың  блогы кандидаттарына бер күңелдән тауыш бирәйек.

 Башҡортостан хәҙер большевиктар партияһы етәкселеге аҫтында сәскә атыусы социалистик республикаға әүерелде...1925 йылдан алып 1936 йывлға тиклем Башҡортостан промышленносына 547 миллион һум сумма һалынды.  Һуңғы ун йыл эсендә 79  фабрика һәм завод төҙөлдө. ..Башҡортостандың ауыл хужалығы ҡайтанан ҡоролдо.  Башҡортостанда 107 МТС эшләй, уларҙа 5099 трактор, 1940 комбайн һәм бшҡалар бар. …Верховный Совет депутатлығына партиялы һәм партияһыҙ һйлаусылар тарафыанан күрһтәлегән кандидатарға сталинсел яңы Конституция буйынса  тауыш биреп, беҙ үеҙбеҙҙең  бәхетле тормошобоҙ өсөн тауыш бирәбеҙ.

Бөтәбеҙ ҙә һайлауға, иптәштәр!

Йәшәһен бөйөк Сталин!

            ”Башҡортостан” сигналы буйынса.

  “Башҡортостан” газетаһының  179-сы һанында Нуриман районы “Большевик” газетаһының  етешһеҙлектәре тураһында хәбәр партияның  район комитеты бюро ултырышында тикшерелеп, тулыһы менән дөрөҫләнде. “Большевик” газетаһы редакторы  Нәбиевкә  һәм культпроп мөдире Әминевкә  булған хаталарҙы киләсәктә ҡабатламаҫҡа, газетаның  сыйфатын яҡшыртырға ҡушты.  Бигерәк тә газета  биттәрендә  партия тормошо тураһында күберәк яҡтыртырға ҡушылды.  Әгәр ҙә уҙғандағы хаталар һәм етешһеҙлектәр ҡабатланһа, Нәбиев партия яуаплылығына тартыласағын күрһәтте.

            Көньяҡ Ҡытайҙа.

   Лондон, унынсы декабрь. “Дейли телеграф энд морнинг пост” газетаһының  Гонконтағы хәбәрсеһе, япондар күптән түгел үҙҙәре трафынан алынған төрлө яҡ утрауҙарҙан аҡырынлап Гуандун провинцияһының  яр буйы райондарына үтәләр, тип хәбәр итә. Япондар Гонконг янындағы Сә-Цин утрауын алалар. Хәбәрсе,м япондар Кантонға һөжүм итергә әҙерләнәләр, тип иҫәпләй.

           …

   (”Башҡортостан” гәзите, 12 декабрь 1937 йыл.

Башҡорт теле көнө
Башҡорт теле көнө
Аҡлы-ҡаралы юлдар
Ситтәр юҡ бында.
Ситтәр юҡ бында.
Аҡлы-ҡаралы юлдар
Оператив кәңәшмә: ваҡ мәсьәләләр булмай
Оператив кәңәшмә: ваҡ мәсьәләләр булмай
Аҡлы-ҡаралы юлдар