“Башҡортостан” гәзите”, 13 декабрь, 1937 йыл.

 

Яуаплы редактор урынбаҫары Н.Ғәрипов).

                                   Өсөнсө участка.

 Дәүләкән, ун икенсе декабрь. Район үҙәгендәге 3-сө һайлау участкаһына сәғәт биштән үк   һайлаусылар йыйыла башланы.  Тимер юл эшселәре ойошҡан рәүештә килделәр. Һайлауҙар нәҡ сәғәт алтыла башланды. Участкала культура эштәре  яҡшы ҡуйылған.  Ял итеү  залында шахмат, шашка кеүек төрлө уйындар, патефон һәм башҡаһы бар.  Бер яҡта медпунтк һәм балалар бүлмәһе эшләй. Ҡарт һайлаусыларҙы участкаға килтереү  өсөн аттар  беркетелгән.   Тимер юлсылар тауыш  биргәндән һуң  ойошҡан рәүештә киноға барҙылар.  Улар  иптәш Сталиндең  Советтарҙың 8-се ғәҙәттән тыш съезында һөйләгән доклады тураһындағы кинокартинаны ҡаранылар. (Телефон аша).  Сәхипгәрәев.

                          Охотниктәрҙе бүләкләү.

1937 йылдың яҙғы сезонында пушнина әҙерләү договорҙарын һәм йөкләмәләрен арттырып үтәүҙәре өсөн Башзаготпушнина тарафынан ике охотбригада, өс  охотбригадире һәм 89 охотник 7295 һумлыҡ бүләк менән бүләкләнделәр.  Йөкләмәләрен арттырып, 4061 һумлыҡ пушнина тапшырыусы Рычков В.С, 3872 һумлыҡ пушнина тапшырыусы Чинарев С.А.  һәм  3571 һумлыҡ пушнина тапшырыусы Гурдимов Г.Я.(Нуриман районы), велосипедтар менән бүләкләнделәр.

                       Биш төрлө газета алдырам.

  Мин газета яңылыҡтарын һөйөп уҡыйым. Почта һәр ваҡыт  яңы хәбәрҙәр тейәп килә. Сит илдәр һәм үҙебеҙҙең  бөйөк Ватан тураһындағы факттар белемдең буш  урындарын тағы ла нығыраҡ  тултыралар. Шуға күрә мин 1938 йылға  “Башҡортостан”, “Ленинсе”, “Йәш төҙөүсе”, “Большевистик колхозда” газеталарын һәм “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналына яҙылдым.  Үҙем менән тиңләшергә  Малояҙ районының уҡытыусыларын саҡырам.

                                                                                                                           Уҡытыусы В.Дияров.

(“Башҡортостан” гәзите”, 13 декабрь, 1937 йыл.

Сөенечләр уртак булсын!
Сөенечләр уртак булсын!
Аҡлы-ҡаралы юлдар
Уңайлы мөхит. Һорауҙар һәм яуаптар.
Уңайлы мөхит. Һорауҙар һәм яуаптар.
Аҡлы-ҡаралы юлдар
Брендтар һәм кооперация
Брендтар һәм кооперация
Аҡлы-ҡаралы юлдар