“Башҡортостан” гәзите, 14 декабрь  1937 йыл.

 

Яуаплы редактор урынбаҫары Н.Ғәрипов).

   Өфө трамвай юлында ошо йылдың ноябрь айында 817 мең 292 кеше ташылған.  Был айлыҡ планға сағыштырғанда 124,9 процент.

   Өфө трамвай юлында  өс веткаға 13 вагон бар. Был  билдәле хеҙмәтсәндәрҙе  трамвай юлында йөрөүгә булған киң  һорауҙарын тултыра алмай.  Трамвайҙа йөрөүселәрҙең  һаны арта.  Һуңғы ваҡыттарҙа вгондарҙа ныҡ тығыҙлыҡ һиҙелә.  Был бигерәк тә типографияға тиклем булған юлда осорай.  Етмәһә был юлда  бары бер генә вагон йөрөй.  Шул арҡала китергә теләүселәр ваҡытында  китә алмайҙар. Оҙаҡ ваҡыттар  трамвай килеүен көтөп торалар.  Трмвай иадарһы тиҙ арала трамвай вагондарын күбә        йтеү сараһын күрергә тейеш.    С.

  Дингә  ҡаршы лекция.

  27 ноябрҙә Илеш районы Калинин исмендәге колхоз колхозсыларының  Мансар урта мәктәбе эргәһендәге  һуғышсан аллаһыҙҙар  түңәрәге  ағзалары  менән берлектә йыйылыштары булды. Йыйылышта ислам диненең  сыйнфи  йөҙө тураһында  уҡытыусы иптәш Вәғәзев доклад яһаны.  Ул  докладында  диндең халыҡ өсөн ағыу булыуын һәм уның  арҡылы динселәрҙең   Верховный Советҡа һайлау эштәренә лә аяҡ салыуға маташыуҙарын аңлатты. 

  Һуғышсан аллаһыҙҙар  түңәрәгенең  етәксеһе иптәш Сәлимгәрәев эште яҡшы ғына алып бара.                       Мирзанур Сафиуллин.

(“Башҡортостан” гәзите, 14 декабрь  1937 йыл.

Сөенечләр уртак булсын!
Сөенечләр уртак булсын!
Аҡлы-ҡаралы юлдар
Уңайлы мөхит. Һорауҙар һәм яуаптар.
Уңайлы мөхит. Һорауҙар һәм яуаптар.
Аҡлы-ҡаралы юлдар
Брендтар һәм кооперация
Брендтар һәм кооперация
Аҡлы-ҡаралы юлдар