“Башҡортостан” гәзите, 16 декабрь  1937 йыл.

   

 Яуаплы редактор Ҡасим Аҙнабаев).

   Районда  50 дана ғына газета.

    Көйөргәҙе районында йәшәгән халыҡтарҙың күпселеген башҡорттар тәшкил итәләр. Шулай  булғас, әсә телендә сыҡҡан газеталар бында күп кенә  һанда таралырға тейеш ине, ләкин районда  ни бары 50 дана ғына  “Башҡортостан” газетаһы тарала.  Райком хеҙмәткәре Ғафаров  һәм район  бшҡарма комтеты  секретаре  Иҙрисевтәргә  “учреждение өсөн  исмаһам бер генә дана булһа ла башҡорт телендә сыҡҡан  газеталарҙы алмайһығыҙмы” тип һорауға “беҙ “Правда”, “Красная Башкирия”ларҙы ғына ҡарайбыҙ, улар булғас ҡалған газеталарҙың ни әһәмиәте ҡала” тип кенә ҡуялар. Район етәкселәре был зарарлы тенденцияға юл ҡуялар.  

 С.Мәҡсүтев 

…     

Мәктәптәрҙән сигналдар.  Благовар районы Өйҙөрәкбаш тулы булмаған урта мәктәбенең  уҡытысыһы Вахитов  Ильяс балаларға коммунистик тәрбиә  бирәһе урында,  бының киреһен эшләй.  Ул классҡа килеп инһә:”клоун”, “тиҫкәре ҡолаҡ”, “попугай” кеүек һүҙҙәрҙе унан ишетмәгән бала юҡ.  Бер нәмә булһа, “мин һиңә насар отметка ҡуям” тип ҡурҡыта. Быға иғтибар итеүсе кеше юҡ.

  Уҡыусылар.

   “Салауат” кинотеатры.

Тауышлы соцдрама  “Приданһыҙ ҡыҙ”.

А.Н.Островский  пьесаһы буйынса  Я.Протазанов сценарияһы һәм постановкаһы. Чайковский музыкаһы.

 (“Башҡортостан” гәзите, 16 декабрь  1937 йыл.

Сөенечләр уртак булсын!
Сөенечләр уртак булсын!
Аҡлы-ҡаралы юлдар
Уңайлы мөхит. Һорауҙар һәм яуаптар.
Уңайлы мөхит. Һорауҙар һәм яуаптар.
Аҡлы-ҡаралы юлдар
Брендтар һәм кооперация
Брендтар һәм кооперация
Аҡлы-ҡаралы юлдар