“Башҡортостан” гәзите.  17 декабрь  1937 йыл.

 

Яуаплы редактор Ҡасим Аҙнабаев)

          Башторгта ҡоротҡостар.

  15 ноябрҙә сыҡҡан “Башҡортостан” газетаһында Башторгта хөкөм һөргән ҡоротҡостар тураһында яҙылғайны. …Башторг директоры Ҡәҙермәтев аппаратҡа Кризовский, Буранғолов кеүек халыҡ дошмандарын ҡабул итеүе, үҙенең эшлекһеҙлеге арҡаһында Башторгтың  эшен аяҡтан йығыуы һәм башҡалар өсөн партия сафынан сығарылды. Шулай уҡ ул ҡулға алынды.

 Ярым помещик, сауҙагәр, мулла  балаһы,  аҡ бандала  хеҙмәт  итеүсе Ҡарамышев партия сафынан сығарыоды. Һәм ул хөкөмгә бирелде.     Дәүләкән, Иглин, Туймазы, Стәрлетамаҡ райондарындағы  бүлексәләрҙәге ҡоротҡослоҡтар тураһында  күрһәтелгән факттар тулыһы менән дөрөҫләнделәр.   Башторгтың  Дәүләкән районындағы  бүлексә директоры һәм өлкән бухгалтеры ҡулға алындылар.  Иглин районындағы бүлексә буйынса ғәйеплеләр хөкөмгә бирелделәр.  Стәрлетамаҡ районы Бшторг директоры  вәлиев эшенән алынды, Туймазы район Башторгының  эшенә тикшереү бара.

 Ҡортоҡостарҙың  ҡалдыҡтарын фашлауҙа, уларҙың  ҡоротҡослоҡ зарарҙарын тамырынан бөтөрөүҙә партия ойошмаһына ярҙам итеүгә саҡырыу маҡсатында профсоюз ағзаларының  дөйөм йыйылышы үткәрелде.

              1600  бот.

  Ғәбиҙуллин Ғибаҙулла бабай Калинин исмендәге колхоздың(Илеш районы) колхозсылары араһында, иң намыҫ менән эшләүсе колхозниктрҙың береһе.  Ул үҙе лә, уның семья ағзалары ла колхоз  эшенә ныҡлы бирелгәндәр. Шуның  өсөн  дә быйыл Ғәбиҙуллин бабайҙың  семьяһы менән 1600 хеҙмәт көнө  бар.  Шул хеҙмәт көнөнә Ғәбиҙуллин бабай 1600 бот  иген  алды.  Хәҙер инде  Ғәбиҙуллин бабай мул, культуралы  тормош менән тәьмин ителгән колхозсы булды.  Иген һатып патефон, сәғәт һәм велосипед алды.

Ҡ.Сәхипгәрәй.

 (“Башҡортостан” гәзите.  17 декабрь  1937 йыл.

Сөенечләр уртак булсын!
Сөенечләр уртак булсын!
Аҡлы-ҡаралы юлдар
Уңайлы мөхит. Һорауҙар һәм яуаптар.
Уңайлы мөхит. Һорауҙар һәм яуаптар.
Аҡлы-ҡаралы юлдар
Брендтар һәм кооперация
Брендтар һәм кооперация
Аҡлы-ҡаралы юлдар