“Башҡортостан” гәзите, 18 декабрь 1937 йыл.

 

Яуаплы редакторы Ҡасим Аҙнабаев).

  Трактор ремонтлаусыларҙың ярышын ойошторайыҡ!

 Хәҙер илебеҙ ауыл хужалығы йылын тамамлап,  1938 йылда сталинсел  7-8 миллиард  бот урожай өсөн көрәштең  тәүге этабына инде. 1938  йылда сталинсел юғары  урожай өсөн көрәшкә  әҙерлектә, хәҙерге көндә, тракторҙарҙы ремонтлау эше иң мөһиме булып тора. МТС һәм МТМ директорҙары  быйыл 1550 тракторҙы капиталь ремонттан, 2235 тракторҙы  урта  ремонттан үткәреүҙе 1938 йылдың 1 мартына  тамамларға тейештәр. Һәм Башҡортостандың бөтә МТС һәм МТМ-ларында трактор ремонтлаусыларҙы тракорҙарға ремонт эшен 1938 йылдың 1 мартына тамамалау өсөн социалистик ярышты  йәйелдереп ебәрергә саҡыралар.

           Йосопов урынынан алынһын.

   Нуриман район Башҡарма комитетының  секретаре булып М.Йосопов тигән кеше эшләй… Был Йосопов, 1919 йылда үҙ йорттарында аҡтарҙың  штабы торғанын һәм кулак атаһының аҡ бандиттәргә хеҙмәт иткәнен хәтерләйҙер әле.  Сөнки ул үҙе лә аҡ банда өсөн аҙ йөгөрмәне.  Йосопов район  башҡарма комитетенда эшләү мәлендә, фаш ителгән дошман Абдуловтың йән дуҫы булды. Ҡарғаның күҙен ҡарға соҡомай тиҙәр бит.  Йосопов  тураһында бирелгән материалдарҙы Абдулов  йәшереп ҡалдырһа,  Абдуловтың әшәкелектәре тураһындағы  материалдарҙы үҙ нәүбәтендә Йосопов йәшереп ҡалдырҙы.

 Леспромхоз  директоры булып эшләгән  троцкист Волков шулай уҡ Йосоповтың  дуҫы ине. Улар бергә эстеләр, йылы семья ойошторҙолар. Бергәләп яҡшы  эшләгән  колхозсы - ағас ҡырҡыусыларҙан көлдөләр. Уҫал уй менән эшселәрҙең  аҡсаларын бирмәй ятҡыралар.  Йосопов  Сарва участкаһына вәкил булып килгәндә, Волковтар менән эсеп ятыуы күп колхозсылар өсөн билдәле.  Колхозсылар тик шуға ғәжәпләнделәр. Был кеше нисек ел-ямғырһыҙ һаман  “эшләп”  килә икән?                        Т.

                                                  …

(“Башҡортостан” гәзите, 18 декабрь 1937 йыл.

Илһам бирсен очрашулар!
Илһам бирсен очрашулар!
Аҡлы-ҡаралы юлдар
Полилингваль мәктәптәр - яңы стратегия
Полилингваль мәктәптәр - яңы стратегия
Аҡлы-ҡаралы юлдар
"Башҡорт хужабикәһе" йәки Миләүшә Шәйхлисламова   Юлдашта эфирҙа.
"Башҡорт хужабикәһе" йәки Миләүшә Шәйхлисламова Юлдашта эфирҙа.
Аҡлы-ҡаралы юлдар