“Ҡыҙыл Башҡортостан” , 17, 18 декабрь һандары, 1938 йыл.

 

                                      Яуаплы редакторы Ш.Ғимаев).

             

                         Баймаҡ ҡалаһы.

  Баймаҡ районы үҙенең алтын промышленносы менән күптән мәғлүм район.  Революцияға тиклем уның ер аҫты байлыҡтары тау заводчиктәре һәм сит ил консессионернҙары тарафынан  эшләнеп,  улар  унда алтын һәм баҡыр табалар ине.  Заводтарҙа эшселәр сикһеҙ ауыр шарттарҙа эшләгәндәр.  1914 йылда инглиз  Лесли  Уркварт тарафынан Баймаҡта баҡыр иретеү заводы һалына.  Был завод   дурт йыл эсендә ике мең  116 тонна баҡыр биргән.

  Октәбрь  Революцияһы капиталистарҙы Советтар Россияһынан  һепереп түкте. 1932 йылда  рудниктәре менән Түбә бегун  фабрикаһы эшкә башлай.  Ике йылдан һуң  Баймаҡтың алтын-баҡыр  заводы ходҡа ебәрелә.   Хәҙер Баймаҡ  союз әһәмиәтендәге алтын-баҡыр промышленносының  ҙур  үҙәге булып тора.  Баймаҡ заводтарында  бер мең  484 эшсе һәм  хеҙмәткәр бар.  Баймаҡта 11 мең 875 кеше йәшәй. Унда ике урта мәктәп һәм алты  башланғыс мәктәп, ололар өсөн киске мәктәп, тау-металлургия техникумы бар.  Рус һәм башҡорт телдәрендә ике газета сыға.

  РСФСР  Верховный Совете 1938 йылдың 4 декабрендә сығарған Указы менән  Баймаҡ эшселәр поселкаһына Баймаҡ ҡалаһы тип исем бирҙе.  (Баш ТАСС).

                                                                ....

                                             Күмер сығарыу эше артта.

      38-се йылдың  3-сө һәм 4-се кварталдарында      Әлшәйуголь тресына  6 мең  тонна күмер табыу планы бирелде.  Трест октябрь айында  бер шахтанан 1 мең 500 тонна күмер сығараһы урынға 700 тонна ғына сығарҙы. ..Породаларҙы  шахтанан сығарыу  бик ябай  юлдар менән генә эшләнә.  Күмер ташый  торған  вагонеткаларҙың, тачкаларҙың  юлдары ла ҡулайлаштырылмаған. ..Был хәл күмер табыуҙы  күтәреүҙә ҙур ҡамасау булып тора. Бында башҡа рудниктәрҙә ҡулланыла  торған хеҙмәтте прогрессив-сдельщина юлы менән түләү индерелмәгән.

                                                                  …….

 Мәскәүҙә дүрт этажлы ҙур гараж төҙөү эше тамамлана.  Гараж бер үк ваҡытта 650  “эМ-1” автомобиле торорлоҡ итеп эшләнә.

                                                               ………………

  Ошо көндәрҙә совет гроссмейстере Михаил Ботвинник  14 декабрҙә Стокгольмдә үҙәк  шахмат клубында  утыҙ таҡтала бер ваҡытта шахмат уйнау  сеансын бирҙе. Ботвинник 23 партияны отто, ике партияны отторҙо һәм биш партияны ничьяға тамамланы.

                    (“Ҡыҙыл Башҡортостан” гәзите, 17, 18 декабрь һандары, 1938 йыл.

Илһам бирсен очрашулар!
Илһам бирсен очрашулар!
Аҡлы-ҡаралы юлдар
Полилингваль мәктәптәр - яңы стратегия
Полилингваль мәктәптәр - яңы стратегия
Аҡлы-ҡаралы юлдар
Сүп-сар мәсьәләһенә етди ҡараш.
Сүп-сар мәсьәләһенә етди ҡараш.
Аҡлы-ҡаралы юлдар