“Башҡортостан” гәзите, 20 декабрь 1937 йыл.

   

                                        Яуаплы редакторы Ҡасим Аҙнабаев).

                         Малдарға Бөтә Союз переписе тураһында.

  СССР Халыҡ Комиссарҙары Советының  1937 йыл 19 ноябрь ҡарары тәртибендә Бшҡортостан АССА-ы Халыҡ комиссрҙары Советы 1938 йылдың 1 ғинуарына торошо буйынса малдарға  Бөтә Союз переписе тураһында ҡарар сығарҙы.

  Уҫал уй менән  малдарын иҫәпкә алыуҙан йәшергән, перепись үткәреүгә иғтиьарһыҙ ҡараған һәм хужалыҡ шулай уҡ малдарҙың  һаны тураһынжда дөрөҫ булмаған сводкаларҙы биреүсе кешеләрҙе һис кисекмәҫтән яуапҡа тарттырыу прокуратура органдарына тәҡдим ителде.

                                     ...........

                      Сельпо аппараттарын һауыҡтырырға.

  Өлкә суҙа ойошмаларына оялаған хлыҡ дошмандары үҙҙәренең  тәьҫирҙәрен түбәнге сауҙа ойошмларына  ла яһмай ҡалмайҙар. Улар аппараттарҙа төрлө үткенселәрҙе  ултыртып, түбәнге сауҙа ойошмаларының эшен емереүгә алып  барғандар.  Ҡыйғы районының  Үрге Ҡыйғы сельпоһы һуңғы йылдарҙа төрлө үткенселәр, кулактар, колчаксылар, ҡотротҡостар менән сүпләнде. Шуның  арҡаһында товар әйләнеше пландарын үтәү өҙөлдө. 3-сө квартал товар әйләнеше планы ла 88,5 процентҡа ғына үтәлде.  Сельпоның  өсөнсө кварталда 46 мең һум бирәсәге  һәм 19800 һум аласағы бар.   Потребкоопеарция  аппаратын ҡоротҡостарҙан таҙартыуҙа киҫкен саралар күрелергә тейеш. (З.В).   

                                                           …

           “Яңалиф” кинотеатры.

Тарихи художестволы тауышлы фильм “Пугачев”.

 Ленинградтағы Ленин  ордены менән бүләкләнгән “Ленфильм” кино студияһы производствоһы.

           “Салауат” кинотеатры.

Тауышлы фильм “Ете батыр”.

“Ленфильм” производствоһы.

                                    (“Башҡортостан” гәзите, 20 декабрь 1937 йыл.

Илһам бирсен очрашулар!
Илһам бирсен очрашулар!
Аҡлы-ҡаралы юлдар
Полилингваль мәктәптәр - яңы стратегия
Полилингваль мәктәптәр - яңы стратегия
Аҡлы-ҡаралы юлдар
Сүп-сар мәсьәләһенә етди ҡараш.
Сүп-сар мәсьәләһенә етди ҡараш.
Аҡлы-ҡаралы юлдар