“Башҡортостан”, 21 декабрь 1937 йыл, “Ҡыҙыл Башҡортостан”, 21 декабрь 1938 йыл.

 

                     Яуаплы редакторы Ш.Ғимаев).

                          Верховный Судтың хәрби коллегияһында.

   1937 йылдың  16 декабрендә  ССР Союзы Верховный  Судының  хәрби коллегияһы … ябыҡ суд ултырышында А.С.Енукидзенең, Л.М.Карахандың, Л.Д.Орахелашвилиҙең, Б.П.Шеболдаевтың, В.Ф.Лариндең, А.Д.Метелевтың, В.М.Сукермандың һәм  Б.С.Штейгерҙең  эшен ҡараны, улар Тыуған илгә хыянат  итеүҙә, террористик  эшмәкәрлеге алып барыуҙа һәм сит ил дәүләтенең  береһе файҙаһына систематик рәүештә шпионлыҡ итеүҙә  ғәйепләнәләр.

   Ғәйепләнеүселәрҙең  бөтәһе лә уларға ҡарата булған  ғәйепләүҙәрҙә  үҙҙәрен тулыһы менән ғәйепле тип танынылар.

  ССР Союзы Верховный Судының  Хәрби коллегияһы ғәйепләнәүселәрҙе…язаның юғары сараһына – атыуға хөкөм итте. Судтың  приговоры еренә еткерелде.        ТАСС.

                                  …

                    Бөйөк Сталингә йыр.

Мәңгелеккә шат, бәхетле иттең һин беҙҙе,

Мәңге шиңмәҫ ал гөлдәргә биҙәнең илде.

Һөйәбеҙ  яратып һине - бөйөк атаны,

Һин тыуҙырҙың  илебеҙҙең  бәхет законын.

Мең йылдар буйы тилмерҙек, малһыҙ инек беҙ,

Һөйләшергә тел булманы, хаҡһыҙ инек беҙ.

Ә бөгөн киң урамдарҙан йырлап атлайбыҙ,

Матур тормош биргән ата - һине маҡтайбыҙ!     Хәйбулла.  

                                (“Башҡортостан” гәзите, 21 декабрь 1937 йыл.

                               Яуаплы редакторы Ҡасим Аҙнабаев)

                               ……..

              Валерий Павлович Чкаловтың  иҫтәлегенә.

    Кинохрониканың  Мәскәүҙәге студияһы “Бөйөк летчик иҫтәлегенә”  исмендә документаль фильм эшләүҙе тамамланы.  Фильм Чкаловтың  данлыҡлы тормош юлы, уның һауа стихияһына ҡаршы героик  көрәше  тураһында һөйләй.  Тамашасы экранда 1935 йылдың  2 май көнөндә  иптәш Сталиндең  Фрунзе исмендәге Үҙәк аэродромда  Чкалов менән осорашыуын  һәм Мәскәү –Чкалов утрауы  араһындағы осоштоң  стартын,  Мәскәү - Төньяҡ полюс –Төньяҡ  Америка  маршурты  буйынса грандиоз осоштоң стартын, Америкала геройҙарҙы тантаналы  ҡаршылауҙы күрәсәк. Шулай уҡ Чкаловты күмеү,  Ҡыҙыл майҙандағы траурлы митинг та фильмгә индерелгән.

                   (“Ҡыҙыл Башҡортостан” гәзите, 21 декабрь 1938 йыл.

Ҡарға батмаһын, тығында ҡатмаһын, тау башында балҡыһын да балҡыһын!
Ҡарға батмаһын, тығында ҡатмаһын, тау башында балҡыһын да балҡыһын!
Аҡлы-ҡаралы юлдар
Эксперт: Коронавирустан вакцина ҡотҡарасаҡ
Эксперт: Коронавирустан вакцина ҡотҡарасаҡ
Аҡлы-ҡаралы юлдар
Өфө ҡалаһы хәкимиәтенең матбуғат бүлеге етәксеһе Марсель ильдар улы Байдәүләтов һәм Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы матбуғат хеҙмәткәре Линар Зиннуров Юлдашта эфирҙа.
Өфө ҡалаһы хәкимиәтенең матбуғат бүлеге етәксеһе Марсель ильдар улы Байдәүләтов һәм Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы матбуғат хеҙмәткәре Линар Зиннуров Юлдашта эфирҙа.
Аҡлы-ҡаралы юлдар
Рули трезво: как в Башкирии борются с пьяными водителями
Башкорт йыры 2020