“Башҡортостан” гәзите, 23 декабрь, 1937 йыл.

 

Яуаплы редакторы Ҡасим Аҙнабаев).

                     Енәйәтсе  Мөхөтдиновтең  маскаһын йыртырға

  Борай  районында милиция бүлегенең  инспекторы тарҡалған Мөхөтдиновтең  әшәкелектәрен кем генә белмәй.

  Ул  халыҡ дошмандарын һәм енәйәтселәрҙе яҡлап  ҡалдырыуҙа  дан алған кеше.  Мөхөтдинов 1936 йылда “Яңы юл”  колхозының элекке председателе М.Абдрахмановтың  ҡоротҡослоҡ эштәрен йәшереп килә.  Әлбиттә, ул был енәйәтен  бушҡа ғына эшлмәй.    Бының өсөн Абдрахмановтан  бер кәбән бесән ала. Хәбәрсе Хәкимов Салҡаҡ ауыл Совете “Йәмсот” колхозының  элекке  председателе Нәбиуллиндең  ҡоротҡослоҡ  енәйәттәрен газеталарҙа фаш итә. Инженер быға  ла үҙенең  бысыраҡ ҡулын тыҡмайынса ҡалмай.

  Ул Хәмитевкә  “һин нисек  Нәбиуллинде газетаға яҙырға батырсылыҡ иттең, юҡ-бар нәмәне соҡоп йөрөйһөң,  мин һине атыр ҙа ҡуйырмын”, тип ҡурҡыта.

  Һатлыҡ йән Мөхөтдинов 1936  йылда бандит Хәсәневтең  бөтә  енәйәттәрен  йәшереп,  уны аҡлап килде. 

Был енәйәтсе, тарҡалған Мөхөтдиневкә киҫкен сара күрелергә тейеш.

                                                                                                               Биш колхозсы ҡул ҡуйған.

   ...

                  Колхозда мул урожайҙың мул доходын бүләләр.

   Шишмә, (БашТАСС). Райондың күп кенә колхоздары быйылғы мул урожайҙың  мул доходын  бүлә башланылар.  Ябалаҡлы ауыл Советенең “Ҡыҙы Октябрь”  колхозсылары һәр бер хеҙмәт көнөнә 11-әр килограмм бөртөклө ашлыҡ алдылар. Йәрми ауыл Советы, буденный исмендәге колхоз да быйыл юғары урожай алды.

                   Культуралы клубтар кәрәк

                       (хәбәрҙәргә обзор)

   Нуриман районынан бер хәбәрсе: “Байгилде ауылындғы клуб 3 йыл инде ремонт көтә. Ауыл Совете председателе  Шәрифуллин һәр ваҡыт вәғәҙә менән  һыйлай.  Сметала культура эшенә  2000 һум  аҡса бүленһә лә файҙаланылмай. Ҡыҙыл мөйөш тә юҡ”, тип яҙа.

   Ҡырмыҫҡалы районы Бишауыл-Уңғар ауыл Совете “Марс”  колхозы йәштәре лә  шул уҡ турала зарланалар. Бындай  хәбәҙәр бик күп… Хәҙер колхоз   ауылында культуралы клубтар кәрәк. Ауыл Советтәре,  колхоз правлениеләре быны тәьмин  итергә, ә ВЛКСМ-дың район комитеттары, районолар  бында ярҙамға килергә тейештәр.

(“Башҡортостан” гәзите, 23 декабрь, 1937 йыл.

Сөенечләр уртак булсын!
Сөенечләр уртак булсын!
Аҡлы-ҡаралы юлдар
Башҡорттар
Башҡорттар
Аҡлы-ҡаралы юлдар
Мирас Иҙелбаев. "Иҙел-йорт" романынан өҙөк. Беренсе тапшырыу
Мирас Иҙелбаев. "Иҙел-йорт" романынан өҙөк. Беренсе тапшырыу
Аҡлы-ҡаралы юлдар