“Башҡортостан” гәзите, 29, 31  декабрь, 1936 йыл.

 

Яуаплы редакторы Төхфәт Кәлимуллин).    

   

                    Башҡорт атына һәм башҡорт егетенә иғтибар итегеҙ.

 Иптәш Быкин  райком секретарҙарына: “Башҡортостан үҙендә сыҙамлы  башҡорт аттары һәм төп милләттәтн сыҡҡан,  йәштән үк һыбай  йөрөү  менән шөғөлләнгән өлгө булырлыҡ  егеттәре булыу менән һәр ваҡытта айырылып килде”, тип яҙҙы. Был кешеләрҙе табырға, ойошторорға, уларҙың  эш өлгөләрен башҡаларға  бирергә, бына бурыс шунда тора.      В.Соломенный.

 

(“Башҡортостан” гәзите, 29 декабрь, 1936 йыл.).

…..

 1926 йылғы  образецтағы   партия  билеттары тураһында.

 

ВКП(б) Үҙәк Комитеты ҡарары.

 1937 йылдың 1 февраленән башлап,  1926 йылғы образецтағы партия билеттарын һәм иҫке образецтағы кандидатлыҡ карточкаларын ғәмәлдән сыҡҡан тип һанарға. Шул ваҡытҡа тиклем, партияның  иҫке документтарын яңыға алмаштырмаған партия ағзаларын һәм кандидттарын партиянан механик  төшөп ҡалған тип һанарға.

   ВКП(б)  Үҙәк Комитеты. 

…..

 Рус һүҙенең бөйөк оҫтаһы – А.М.Горький

                         Горький әҫәрҙәре  башҡорт телендә.

  Башгосиздат тарафынан 1937 йылда Горькийҙең  күп кенә әҫәрҙәре сығарыла. Быға тиклем уның  башҡорт телендә тик “Минең университеттарым”, “Кешенең тыуыуы” тигән әҫәрҙәре генә сығарылған. Улар насар тәржемәләнгән.  Был әҫәрҙәр хәҙер яңынан баҫтырылалар.

    “Әсә”, “Бала саҡ”, “Дошмандар” әҫәрҙәре әҙерләнә.

(“Башҡортостан” гәзите, 31  декабрь, 1936 йыл.

Туризм. Инвестиция. Экология. Иҡтисад
Туризм. Инвестиция. Экология. Иҡтисад
Аҡлы-ҡаралы юлдар
Петербург Халыҡ-ара иҡтисад форумы йомғаҡтары
Петербург Халыҡ-ара иҡтисад форумы йомғаҡтары
Аҡлы-ҡаралы юлдар
Башҡорттар
Башҡорттар
Аҡлы-ҡаралы юлдар
В Башкирии стартует кастинг нового сезона шоу «7 Егет»
Как получить 250 тысяч вместо земельного участка многодетным семьям в Башкирии