“Башҡортостан”, 30 декабрь 1937 йыл; “Башҡортостан”, 30 декабрь 1938 йыл,

           

Яуаплы редакторы Ҡасим  Аҙнабаев.)

    Башҡортостанда Пушкин  көндәре алдынан

  Дүртөйлө. Район көтөпханаһы, рустың бөйөк шағиры Пушкиндең  үлтерелеүенә йөҙ йыл тулыуға ҡарата  шағирҙең әҫәрҙәренән һәм уның тураһында яҙылған материалдарҙан күргәҙмә ойошторҙо.  Көтөпхана егерменсе декабрҙә күргәҙмәгә һәм көтөпханаға килеүселәргә Пушкин әҫәрҙәрен ҡысҡырып уҡыуҙы үткәрҙе.                         Б.Моҡамай.

                Татлы эсемлек һыуҙарын  етештереүҙә  Өфө-Ҡазан заводтары ярышы.

     “Башспирт” тресының  Өфөләге … заводы, йыллыҡ планды ваҡытынан алда үтәп сығыуҙа Ҡазан  … заводының  социалистик ярышҡа  саҡырыуын  ҡабул иткәйне.  Өфө заводы йыллыҡ планды йөҙ процентҡа үтәп сыҡты. Ҡара ҡарағаттан,  Киев сейәһенән, алманан анжуйка, настойка, ликер һыуҙарын  20 мең декалитр итеп эшләне.           С.К.

(“Башҡортостан” гәзите, 30  декабрь, 1936 йыл).

..............

  “Салауат Юлаев”фильмы –Алыҫ Көнсығышта.

    Башҡорт халҡының героик үткәнен, уның батша колонизаторҙарына ҡаршы баш  күтәреүен һәм рус халҡы менән берлектә, ҡулға-ҡул тотоноп самодержавиегә ҡаршы батырҙарса көрәшен сағылдырған “Салауат Юлаев” фильмы Алыҫ Көнсығыш кинотеатрҙарында күрһәтелә. Алыҫ Көнсығыш хеҙмәтсәндәре фильмды ҙур ҡыҙыҡһыныу менән  ҡарайҙар һәм уның тураһында яҡшы отзывтар бирәләр.

         М. РАУИЛОВ.  Хабаровск ҡалаһы.

(“Ҡыҙыл Башҡортостан” гәзите,  1941 йыл, 18 апрель).

............

              Совет һаҡлыҡ кассаларының төҙөлөүенә 15 йыл.

 Мәскәү. Совет дәүләт хеҙмәт һаҡлыҡ кассаларының  төҙөлөүенә 26 декабрҙә 15 йыл тулды.  Был ваҡыт эсендә  халыҡтарҙың  һаҡлыҡтары(сбережениеләре)  ғәйәт ҙур күләмдә үҫте – 4,3  миллиард һумға етте. 10 йыл эсендә  вкладтарҙың  суммаһы 35 тапҡыр үҫте.  Хәҙерге көндә Советтар Союзында 14 миллиондан артыҡ вкладчик бар.

......................

                       Ни  өсөн награда бирелмәне.

   Мин – Мәсетле районы Юныс ауылы гражданы Мусин Әмин, ошо йылдың сентәбрь  айында  2 бүрене тере көйөнсә  тотоп райсоюзға алып барғайным.  Райсоюз эшселәре миңә “Тиҙҙән Өфөгә хәбәр итәбеҙ, унан хәбәр килгәс ҡабат алып килерһең” тип кире ҡайтарҙылар.

   Мин  райсоюздан хәбәр килгәнде  көтөп, 15  көн буйына  ике бүрене өйөмдә һаҡланым.  Ләкин  райсоюздан бер хәбәр булманы. Бүреләрҙе өйҙә һаҡлау ҡыйын булғас,  уларҙы үлтереп тиреләрен райсоюзға илтеп тапшырҙым.  Миңә бүреләрҙе тере көйөнсә тотҡаным өсөн аҡсалата награда булырға тейеш ине,  ни өсөндөр уны миңә бирмәнеләр.    Мусин Әмин.

(“Башҡортостан” гәзите, 30 декабрь 1937 йыл.

Агролизинг. Кемгә отошло?
Агролизинг. Кемгә отошло?
Аҡлы-ҡаралы юлдар
Ковид, юлдар һәм сәнәғәт патриотизмы. Оператив кәңәшмә
Ковид, юлдар һәм сәнәғәт патриотизмы. Оператив кәңәшмә
Аҡлы-ҡаралы юлдар
Башҡорт теле айлығы
Башҡорт теле айлығы
Аҡлы-ҡаралы юлдар