Яңы хәҙрәт. Мәсет. Һәм әүлиәләр.

Башҡортостан республикаһының Диниә назаратында яңы етәксе. Баш хәҙрәт Айнур Бирғәлин менән Гүзәл Ситдиҡова әңгәмә ҡора.

ГС. Әүлиә урындары буйлап йөрөүселәр күбәйҙе...

АБ. Ата-жолы, йәки ата-юлы тигән йүнәлеш экстремизм рәтенә индерелгән. Быға оҡшаш тыйылмаған ойошмалар бар. Уларҙы тыйыу буйынса эштәр алып барыла. Һәм беҙ аңларға тейешбеҙ: кемдер әүилә тип йыш һөйләнә башлай икән, 99 процент-ул сектаға эләккән. Әүлиәгә ҡағылышлы әйберҙәр эҙләйҙәр икән, секта эш алып бара. Өҫтәүенә, дауалаусылар күбәйгән.

Диниә назаратында бер көн эсендә ике әүлиәне ҡабул иттем. Хатта визит картаһы бар. Бөгөндән мин донъялағы бер генә әүлиә ти. Дини ғилемдәре бөтөнләй юҡ, ғәрәпсә бер һүҙ ҙә белмәйҙәр. Видеоға төшөрәм тигәйнем, сығып ҡастылар. Аллаһы тәғәлә әүлиәләре улар икенсе кимәлдә, икенсе дәрәжәлә. Улар бар. Әммә улар үҙҙәренең әүлиәме түгелме икәнен белмәй. Улар бер ҡасан да динде үҙ иҫәбенә ҡулланмаған. Беҙ әүлиә тип аяғымды үбегеҙ, таяғымды үбегеҙ, тип артынан кеше эйәртеп йөрөтмәгән. Кемдер әйтә: минең өсөн изге нәмә тип. Булһын. Ул һинең өсөн. Башҡаларға әйтмә. Дин-ул икенсе. Беҙ ҙә үҙебеҙҙең китапсыҡтарҙы таратырға тейешбеҙ. Беҙ эшләмәһәк, башҡалар эшләйәсәк.

ГС. Дин-бизнес түгел. Кемдер хәйергә хаҡ ҡуя.

АБ.Оҡшаймы-оҡшамаймы, шул имамға йүгереп бара бит. Халыҡ аңларға тейеш: хәҙрәт һеҙгә ваҡытын бүлә икән, ул түләнергә тейеш. Мәсетте, утын-һыуын ҡарайһығыҙ икән, рәхим итегеҙ-бер кемдән дә мулла аҡса алмаҫ.

ГС. Һеҙгә 29 йәш… Креатив алымдар?

АБ. Бөгөн креативһыҙлыҡ та заман талаптарына тап килмәй әле ул. Эштәр күп йыйылған. Күп ойошмаларҙа йәшәү 95-се йылдарҙа бара. Бына, хәҙер, йәш килде, алып ташлар инде тип ҡурҡа хәҙрәттәр. Юҡ, беҙ оло хәҙрәттәрҙе бик ҡәҙерләйбеҙ һәм һаҡсыл ҡараясаҡбыҙ. Әммә яңы заман имамдарын әҙерләү-беҙҙең маҡсат. Үҙгәрештәр буласаҡ.

Гүзәл Ситдиҡова
Республикала алкоголдән ағыуланыусылар һаны кәмегән
Республикала алкоголдән ағыуланыусылар һаны кәмегән
Асыҡ студия
Республиканың “Инцидент менеджмент” системаһы Рәсәйҙә юғары баһа алған
Республиканың “Инцидент менеджмент” системаһы Рәсәйҙә юғары баһа алған
Асыҡ студия
Башҡорттарҙың федераль милли-мәҙәни автономияһы халыҡтарҙы берләштереү ролен үтәйәсәк
Башҡорттарҙың федераль милли-мәҙәни автономияһы халыҡтарҙы берләштереү ролен үтәйәсәк
Асыҡ студия