Атайсал

Илеш районы Рсай ауылы. Халҡы аҙ ҙа түгел, күп тә түгел – 900-ләп самаһы. Тарихи сығанаҡтарҙан күренеүенсә, Рсайға 17-се быуат урталарында нигеҙ һалына. 1650-се йылдарҙа Минзәлә далаларынан, ерҙәре тартып алынған Ҡыр-йылан ырыуы башҡорттары килеп төпләнә был ерҙәргә. Ауылдың атамаһы иһә Рсай Аҡкөсөков атлы егеттеке. Икенсе сығанаҡтар буйынса, ҡыр-йыландарҙың аҫаба ерҙәре. Респубикабыҙҙың төрлө тарафтарына сәфәрҙәр барышында ошондай ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәргә тап булаһың, Атайсалыбыҙҙың бай тарихы, данлы-шанлы үткәне, бөгөнгө йәшәйеше менән танышаһың. Рсайға сәфәрем дә осраҡлы түгел. Республикала ауылдарҙың социаль-иҡтисади хәлен яҡшыртыуға йүнәлтелгән программалар үтәлеше, уларҙы ғәмәлгә ашырыусылар араһында уңышлылары тураһында ҡыҙыҡһынғас, тап Рсайҙы күрһәттеләр.
05 ноя, 11:25

ЭФИРҘА ҮТКӘН ТАПШЫРЫУҘАР