Башҡортостан экологтары, был йүнәлештә эшләгән фән әһелдәре һирәк осраған һәм юғалыу ҡурҡынысы янаған үҫемлектәрҙе һаҡлау, өйрәнеү, мониторинг үткәреү буйынса берҙәм методика ҡуллана. Беҙҙең республикала уйлап табылған һәм ғәмәлдә үҙен аҡлаған әлеге ысул хәҙер бөтөн Рәсәйҙең ҡурсаулыҡтар системаһында ла киңерәк танылыу табыуы һөйөнөслө.