Байрамдар ойошторусы, йәғни аниматор. Ҡай берәүҙәр был һөнәрҙе яңы барлыҡҡа килгән һөнәрҙәр исемлегенә индерә. Әммә улай түгел. Әле совет осоронда уҡ "массовик-затейник" тигән һөнәр булыуы билдәле. Был һөнәр ҙә бөгөнгө аниматор һөнәренә оҡшаш. Күптәр аниматорҙы мультипликатор менән дә бутай. Студия ҡунағы, төрлө байрамдар ойоштороусы Инвир Хисаметдинов был һөнәр хаҡында барыһын да белә. Тыңлайыҡ!