Исеменән үк күренеп тора - музейҙа эшләүсе кеше. Ә бына уларҙың ниндәй эш башҡарыуы хаҡында уйлағанығыҙ бармы, дуҫтар? Музей хеҙмәткәре музейҙағы һәр бер экспонатты өйрәнергә һәм белергә тейеш. Һәм уларҙың юғары белемле булыуы мотлаҡ. Улар араһында йыш ҡына тарих факультетын, гуманитар уҡыу йорттарын тамамлаған белгестәр осрай. Улар төрлө халыҡтарҙың тарихын яҡшы белергә, оригиналды күсермәнән айырырға ла тейеш. Бөгөн беҙгә үҙенең һөнәре хаҡында Фәрит Назар Вәхитов һөйләйәсәк. Ул Республикабыҙҙың Хәрби Дан музейы хеҙмәткәре.