Тауыш режиссеры - фильмдарҙы, теле-радиотапшырыуҙарҙы тауыш буйынса биҙәүҙә яуаплы белгес. Телевидение, радио, шоу бизнес өлкәһендә кәрәкле һөнәрҙәрҙең береһе.Был һөнәрҙә ижади һәм техник эш берҙәй алып барыла. Күптәр тауыш режиссеры менән тауыш операторын бер үк һөнәр тип уйлай. Тауыш операторының төп эше - тауыш яҙҙырыу, ә тауыш режиссеры тауыштың сифаты өсөн генә түгел, ә драматургияһы өсөн дә яуаплы. Бөгөн беҙгә был һөнәр хаҡында "Юлдаш" радиоһының тауыш режиссеры Рәмилә Ҡужина һөйләй.