Адвокат боронғо һөнәрҙәрҙән һанала. Был хеҙмәт эйәләре Боронғо Римдә барлыҡҡа килгән. Уларҙы патрондар тип йөрөткәндәр. Етерлек белемдәре булмау сәбәпле, йыш ҡына философтарҙан сәнскеле һүҙҙәр ишетергә тура килгән уларға.
Бөгөн беҙгә үҙ һөнәре хаҡында Башҡортостан Адвокаттар коллегияһы адвокаты Илнур Мирхәйҙәров һөйләй.
Боронғо Рәсәйҙә иһә адвокаттар тураһында тәүге мәғлүмәттәр 15-се быуаттар менән бәйле. Судта һәр кеше яҡлаусыға хоҡуҡлы булған. Ул кешене поверенный тип йөрөткәндәр. 18-се быуатта ғына адвокатҡа тәүге талаптар ҡуйылған. Беренсенән, был һөнәр эйәһе дворяндар династияһынан булырға тейеш. Икенсенән, улар ошо өлкәлә тәжрибәле шәхестәрҙә белем алырға тейеш.
Закондарҙың күплеге һәм төрлөлөгөн иҫәпкә алып, адвокатураны икегә бүлеү ҡаралған. Беренсеһе, енәйәт өлкәһендә эшләүсе, икенсеһе - гражданлыҡ хоҡуҡтарын яҡлаусы адвокаттар. Адвокат бик ауыр һәм һәр ваҡыт үҫешеүҙе талап иткән һөнәр.