Бейеүсе

Бейеү – ул халыҡ ижадының бер төрө. Һәр халыҡтың үҙенең милли бейеүҙәре була. Бейеүҙәрҙә халыҡтың ғөрөф-ғәҙәте, холҡо, тарихы сағыла. 

Фото №1 - Бейеүсе

Кешеләр элек-электән бейергә яратҡан. Мәҫәлән, ябай халыҡ ауыр эш көнө тамамланғас, урамдарҙа йыйылып әйлән-бәйлән уйнаған, бейегән. Сөнки бейегәндә күңел асыла, шулай бит? Арыу-талыуҙар онотола.  Байҙар иһә, үҙҙәренең күңелһеҙ кисәләрен йәмләр өсөн махсус бейеүселәр саҡырған.

XII быуатта байҙар араһында балдар ойоштороу модаға ингән. Балдарҙа күп парҙар түңәрәктә матур итеп бейегән. Ә үҙен леди йә джентельмен тип һанаған һәр кеше оҫта итеп бейей белергә тейеш булған. Ә уларҙы төрлө хәрәкәттәргә махсус бейеүселәр-хореографтар  өйрәтер булған.

Ғәҙәттә  бейеү мәктәптәренә, училищеларға ҡабул иткәндә бына нимәгә иғтибар итәләр: беренсенән, талант һәм ижади һәләт. Икенсенән, музыканы ишетә белеү, көйгә дөрөҫ хәрәкәт итеү. Өсөнсөнән, ул әлбиттә,  тышҡы ҡиәфәт. Яҡшы профессионал булыу өсөн бәләкәйҙән шөғөлләнергә кәрәк. Бәләкәй саҡта атай-әсәйең һинең һәләттәреңде күреп бейеүгә алып килә икән, тимәк һинең профессиональ бейеүсе булып китеү мөмкинлегең ҙур.  

Бейеүселәр бик иртә хаҡлы ялға сыға. 35-40 йәштәрҙә бейеүселәр ҙур сәхнәнән китә. Был, әлбиттә, ауыр физик эш менән бәйле. Сөнки бейеүсегә төрлө ауыр хәрәкәттәр, трюктар эшләргә тура килә.  Күп осраҡта улар йәштәрҙең генә хәленән килә.

 Бөгөн беҙгә бейеүсе һөнәре  хаҡында Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле бейеүсеһе Йәмилә Бикбаева һөйләйсәк.

Хуплау һәм яҡлау тапҡан башланғыстар
Хуплау һәм яҡлау тапҡан башланғыстар
Һөнәрсе менән Өйрәнсек
Милли кейем закон менән яҡланамы?
Милли кейем закон менән яҡланамы?
Һөнәрсе менән Өйрәнсек
Ҡарға батмаһын, тығында ҡатмаһын, тау башында балҡыһын да балҡыһын!
Ҡарға батмаһын, тығында ҡатмаһын, тау башында балҡыһын да балҡыһын!
Һөнәрсе менән Өйрәнсек
Рули трезво: как в Башкирии борются с пьяными водителями
Как получить 250 тысяч вместо земельного участка многодетным семьям в Башкирии