Пилот

Пилот -   авиатор; вертолет, самолет, ракета йөрөтөүсе кеше.

Фото №1 - Пилот

Алдан уҡ аңлатып китәйек, летчик тип  хәрби авиацияла, ә пилот тип граждандар авиацияһында эшләүселәргә әйтәләр. Бынан тыш, эксперименталь авиация летчиктары ла була. Улар заводтан яңы ғына сыҡҡан һауа караптарының яңы моделдәрен һынай. Самолеттың төрөнә һәм осоу шарттарына ҡарап экипаж составы билдәләнә. Йыш ҡына ул ике кешенән, йәғни беренсе һәм икенсе пилоттан тора. Пилоттар һауа карабының төҙөлөшөн, уның менән идара итеүҙе бик яҡшы белергә тейеш.

Осош алдынан пилот маршрутты, һауа трассаһын өйрәнә, аэродромдар менән бәйләнешкә инә, авиабелгестәр менән кәңәшләшә. Былар барыһы ла төрлө көтөлмәгән хәлдәр килеп сыҡмаһын өсөн эшләнә.

Рейс ваҡытында пилот приборҙарҙы иғтибар менән күҙәтә, борт артындағы һауа торошо менән ҡыҙыҡһына, диспетчерҙарҙың хәбәрен тыңлай. Шулай ҙа пилот өсөн иң көсөргәнешле мәл - ул һауаға күтәрелеү һәм самолетты ултыртыу. Бында күп нәмә пилоттарҙың оҫталығынан тора.

Пилот һөнәре айырыуса кемдәргә тура килә? Беренсенән, ир-егеттәргә. Икенсенән,бик яуаплы кешеләргә. Тағы ниндәй сифаттар кәрәк? Психологик яҡтан ныҡлы булырға кәрәк, төрөлө сетерекле хәлдәргә тиҙ сыға белергә тейеш. Шулай уҡ иғтибарлы булыу, ғөмүмән, ныҡлы һаулыҡ мөһим. Һәр осош алдынан уларҙың хәлен, сәләмәтлеген тикшереп торалар.Күҙҙәре яҡшы күрергә, ҡолаҡтары яҡшы ишетергә лә тейеш пилоттарҙың.

Ә шулай ҙа был һөнәр тураһында беҙгә тулыраҡ итеп ошо хеҙмәт эйәһе генә һөйләп бирәсәк.

Бөгөн беҙҙә ҡунаҡта 40 йылға яҡын үҙенең ғүмерен пилот һөнәренә арнаған Рафаэль ағай Йәғәфәров.

        

Йәмғиәт алдында яуаплыһың
Йәмғиәт алдында яуаплыһың
Һөнәрсе менән Өйрәнсек
Стәрлетамаҡ рус дәүләт театры актеры Артур Ишмөхәмәтов
Һөнәрсе менән Өйрәнсек
Ғәли Соҡорой - башҡорт халҡының арҙаҡлы улы
Ғәли Соҡорой - башҡорт халҡының арҙаҡлы улы
Һөнәрсе менән Өйрәнсек
Рули трезво: как в Башкирии борются с пьяными водителями
Уфиская волна