Почтальон һөнәре. Ғәлимйәнова Рәхилә

Ямсы тип бер ҡаланан икенсе ҡалаға хаттар, төрлө дәүләт ҡағыҙҙарын ташыусы кешене әйткәндәр. Рәсәйҙә элекке замандарҙа почтальон эшен ямсылар башҡарған. Һәр ҡалала, йәки станцияла улар аттарын алыштырған, сөнки мөһим документтарҙы һуңлатырға ярамаған, тиҙ арала алып барып еткерергә кәрәк булған. Күгәрсен почтаһы тураһында мәғлүмәт беҙҙең эраға тиклем 43 йылда уҡ билдәле булған. Боронғо Ҡытай, Мысыр, Грецияла күгәрсендәр һуғыш яланында хат-фармандар ташырға ярҙам иткән. Хатты күгәрсен тәпәйенә бәйләп ебәргәндәр. Бының өсөн уларҙы махсус өйрәткәндәр. Ә Рәсәйҙә почта эшен Петр беренсе яйға һалған. 1711-1712 йылдарҙа тәүге почта йорттары - почтамттар төҙөлә. Почтальондар махсус форма кейгәндәр. Бик хөрмәтле кешеләр булған улар. Почтальон эше - иғтибарлы, алсаҡ булыуҙы талап итә. Уларға төрлө хат-хәбәр ташырға тура килә. Яманын да, яҡшыһын да, ҡайғылыһын да… Һуғыш ваҡытында иң яуаплы кешеләрҙе генә почтальон итеп ҡуйғандар. Яу яланынан килгән өсмөйөшлө хаттар менән бергә ҡара ҡағыҙҙар ҙа таратҡан улар.

Һөнәрсе менән Өйрәнсек
Почтальон һөнәре. Ғәлимйәнова Рәхилә
Һөнәрсе менән Өйрәнсек

Бай тарихлы, боронғо һөнәр ул почтальон эше. Бөгөн студиябыҙҙа ҡунаҡта хаҡлы ялдағы почта хеҙмәткәре, Өфөнөң 76-сы һанлы почта бүлексәһендә 16 йыл почтальон булып эшләүсе Рәхилә Төхвәтулла ҡыҙы Ғәлимйәнова. Почта эшенең бөтә нескәлектәрен белгән хеҙмәт ветераны менән әңгәмәне тыңлайбыҙ.

Сөенечләр уртак булсын!
Сөенечләр уртак булсын!
Һөнәрсе менән Өйрәнсек
Уңайлы мөхит. Һорауҙар һәм яуаптар.
Уңайлы мөхит. Һорауҙар һәм яуаптар.
Һөнәрсе менән Өйрәнсек
Брендтар һәм кооперация
Брендтар һәм кооперация
Һөнәрсе менән Өйрәнсек