Милли көрәш буйынса тренер Илдус Нәҙершин

Тренер - спорт донъяһында иң кәрәкле һөнәрҙәрҙең береһе. Милли көрәш, билбау көрәше, ирекле көрәш буйынса остаз. Бил бирмәҫ ир-егеттәрҙе көрәшкә өйрәтеүсе. Элек бер-береһе менән таныш булмаған ике батыр осрашһа, йыраҡтан уҡ: “Алыш бармы, көрәшме?”- тип оран һалғандар.

Һөнәрсе менән Өйрәнсек
Милли көрәш буйынса тренер Илдус Нәҙершин
Һөнәрсе менән Өйрәнсек

Борон һәр ир бала көрәш менән шөғөлләнеп үҫергә тейеш булған. Был уның холҡон тәрбиәләгән, рухын үҫтергән. Әбүғәлисина әйткән бит, көрәш — һаулыҡты һәм рухты нығытыу өсөн иң яҡшы сараларҙың береһе тип.

Көрәш- башҡорт халҡының борондан килгән милли спорт төрө. Бик ғәйәр, таҫыл ир-егеттәр генә көрәшсе була ала. Көрәш- бик хәүефле спорт төрө. Келәмгә сыҡҡан көрәшселәр бер-береһен ихтирам итергә, көрәш ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә тейеш. Уның ниндәй ҡағиҙәһе бар, тиерһегеҙ. Кем көслө, шул еңә. Башҡорт көрәшенең үҙ ҡағиҙәләре, талаптары бар. Билдәле мәғрифәтсе Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев көрәш хаҡында бына нимә тигән: "Башҡорт көрәшенең ике ысулы бар, көрәштәште күтәреү һәм күкрәккә һалып аҙыраҡ эйелгән килеш аяҡ аҫтына йәки ситкә ташлау. Былар бик тиҙ эшләнә, ә башҡа ысулдар иҫәпкә алынмай һәм приз алырға хоҡуҡ бирмәй", - тип яҙған ул.

“Барсынһылыу менән Алпамыша” эпосында көрәш һүрәтләнгән. Тағы ла “Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу” эпосында Ҡарабайҙың улы Ҡуҙыйкүрпәсте көрәшергә өйрәтә. Шулай итеп, милли көрәш- беҙҙең булмышыбыҙ, йолабыҙ, тарихыбыҙ.

Бөгөн студиябыҙҙа ҡунаҡта Республикабыҙҙың иң яҡшы тренеры, Ауырғазы районы Мораҙым ауылында балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе 3 төрлө көрәшкә өйрәтеүсе тренер Илдус Йәғәфәр улы Нәҙершин.

Башҡорт теле көнө
Башҡорт теле көнө
Һөнәрсе менән Өйрәнсек
Ситтәр юҡ бында.
Ситтәр юҡ бында.
Һөнәрсе менән Өйрәнсек
Оператив кәңәшмә: ваҡ мәсьәләләр булмай
Оператив кәңәшмә: ваҡ мәсьәләләр булмай
Һөнәрсе менән Өйрәнсек