Эшҡыуар. Розалия Хисмәтуллина

Эшҡыуарҙың кем икәнен барыһы ла тиерлек беләлер. Сөнки исеме үк әйтеп тора. Шулай ҙа был һөнәр тураһында яҡынданыраҡ танышып алайыҡ әле. Хәҙерге заманда ниндәй генә эшҡыуарҙарҙы осратмаҫһың. Ниндәй генә эште ҡыумайҙар эшҡыуарҙар! Һанап китәм тиһәң бер генә тапшырыуға һыйҙырып булмаҫ. Минең уйлауымса, тәүәккәл, талапсан, ҡыйыу, яуаплы кешеләр генә эшҡыуар булып китәлер. Шулай уҡ эшҡыуарҙар төрлө ситуацияларҙан тиҙ генә сығыу юлын табырға тейештәр.

Һөнәрсе менән Өйрәнсек
Эшҡыуар. Розалия Хисмәтуллина
Һөнәрсе менән Өйрәнсек

Эшҡыуар булыр өсөн күп көс түгер кәрәк. “Алма беш ауыҙыма төш” , тип кенә ятып булмай. Бөтәһен дә үҙең атҡарып сығырға тейешһең. Сөнки уңышһыҙлыҡтар ҙа, юғалтыуҙар ҙа булыуы мөмкин. Шуға күрә, көслө рухлы, тырыш, сәмле кешеләр генә эшҡыуар булып китә. Тағы ла һинең кешеләр менән аралаша белеүең, ауырлыҡтарҙан сығыу юлын таба белеү шарт.

Бөгөнгө ҡунағыбыҙ үҙенсәлекле, хәҙерге заманға бик кәрәкле эш асҡан. Ул да булһа такси хеҙмәте! Розалия Хисмәтуллинаны тыңлайыҡ.

Илһам бирсен очрашулар!
Илһам бирсен очрашулар!
Һөнәрсе менән Өйрәнсек
Полилингваль мәктәптәр - яңы стратегия
Полилингваль мәктәптәр - яңы стратегия
Һөнәрсе менән Өйрәнсек
Сүп-сар мәсьәләһенә етди ҡараш.
Сүп-сар мәсьәләһенә етди ҡараш.
Һөнәрсе менән Өйрәнсек