Иҡтисад һәм донъя

Рәсәйҙә ҡалдыҡтарҙы сығарыу өсөн яуаплы Төбәк операторы 2019 йылдан эш башлауы көтөлә. Ил хөкүмәтенең ошондай күрһәтмәһе бар. Башта ул 2017 йылдан эшкә тотонор тип көтөлгәйне. Әммә илдең барлыҡ субьекттары ла быға әҙер булмай сыҡты. Тәү сиратта ҡалдыҡтар менән эшләү буыйынса схема талап ителә. Башҡортостан, мәҫәлән, шартлы рәүештә 4 зонаға бүленә, һәр зонаның суперзаманса комплексы буласаҡ. Бизнес вәкиле полигонға килһә, ике ҡуянды бер юлы аулай. Берҙән, тәбиғәтте таҙартыуға өлөш индерә. Икенсенән, социаль мәл - күпмелер кешене эш менән тәьмин итә. Был- хеҙмәт хаҡы, һалым һәм башҡалар, тигән һүҙ.

Выпуски программ