Һәр ауылда, айырыуса район үҙәге йәки ҡалаға яҡыныраҡ урындарҙа кешеләр үҙенән артҡанды һатып аҡса эшләй ала. Эш юҡ, мал аҫырауы ҡиммәт һәм ауыр, ауылды ҡарамайҙар,тип зарланыусылар ғына күпселектә түгел. Эйе, заманалар ул тиклем рәхәттән түгел. Шул уҡ ҡош-ҡорт еменә иген бөтә урында ла юҡ. Бесән саптырыу, ташытыу ҙа арыу ғына суммаға барып баҫа. Шулай ҙа яйын тапҡан йүнселдәр сығымдарын түгел, килемдәрен һанай.