Ағиҙелдә боҙ китеп өлгөрмәй, Өфө урамдары ауыр рюкзак йөкмәгән инәйҙәр менән тула - баҡсасылар байкерҙарҙан ҡалышмай, үҙ миҙгелдәрен асып ебәрә. Баҡсасы булыуҙың уңай яҡтары күп инде. Пенсионерҙар өсөн. Йәй буйы саф һауала, тәбиғәт ҡосағында. Икенсенән, физик эш, физик шөғөл – үҙе бер фитнес. Өсөнсөнән, түтәл менән мәшғүл булып, сир тураһында онотола - поликлиникаларҙа сират кәмеп ҡала, дүртенсенән, бишенсенән... Һәм иҡтисади отошто ла иғтибарҙан ситтә ҡалдырмайыҡ - Рәсәй буйынса миллиондарса кеше үҙ түтәлендә үҫтерә бит йәшелсә-емеште, дәүләттең аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеге програмаһына етди өлөш индерә. Картуф, кишер, кәбеҫтә, ҡабаҡ, ҡыяр һәм башҡаһы: берәүҙәре тоҙлана, икенселәре турамаға китә, өсөнсөләре мөгәрәптәргә төшөп ята.