Илдең социаль-иҡтисади мөмкинлектәрен йәки ҡеүәтен тикшергәндә барометрҙар байтаҡ. Шуларҙың береһе- төҙөлөш. Һәр төҙөлөш материал талап итә. Кирбес йәки ҡаҙаҡтан башлап, ҡыйыҡ япмаһына тиклем. Һорау булған урында тәҡдим бар. Был – баҙар ҡануны. Ауырғазы районы Үтәймулла ауылынан Хәбир Ильясов та ошо тәғлимәткә таянып яңы эш асҡан - арболит кирбес етештерә. Бындай материалды цементҡа ағас сыралар ҡушып яһайҙар. Арболит блоктар еңел килеп сыға, төҙөүселәр араһында ағасбетон тип йөрөтөлә. Сөнки 80-90 проценты органик материал- ағас сыра йәки юнысҡылары.