Урмансылыҡты яйға һалыу тураһында һүҙ барғанда, шуны билдәләргә кәрәк, ул "Стратегия-2030"ға индерелгән. Унда ҡартайған ағастарҙы ҡырҡыу, санитар таҙартыу, ошо алым менән урман янғындарын кәметеү, ә ҡырҡылған һәм ултыртылған урман нисбәтен 130 процентҡа еткереү күҙаллана. 10 ағас ҡырҡҡас, урындарына 13-тө ултыртыу тураһында һүҙ бара.