Иҡтисад һәм донъя

Фармацевтика – иң табышлы тармаҡтарҙың береһе. Рәсәй был йәһәттән маҡтана алмай, ҙур процент импорт дарыуға ҡарап ултырабыҙ, долларға һатып алабыҙ. Ә бит дарыу компоненттары тура мәғәнәһендә аяҡ аҫтында, беҙҙең дә республика урман-яландарында. Быйыл Нуриманда ла шифалы үләндәр, тамырҙар һәм емештәр йыя башланылар. Һәр ауыл биләмәһендә махсус штат булдырылды, әҙерләүселәр бар. Инвестиция проекты 40 кешене эшле итте. Һәр ауылдан һәр кем үлән, тамыр, еләк-емеш йыйып тапшырып, аҡса эшләй ала.

ЭФИРҘА ҮТКӘН ТАПШЫРЫУҘАР