Иҡтисад һәм донъя

Урындағы инфраструктураны яйға һалыу, ремонт, яҡтыртыу, йылытыу, таҙартыу һәм башҡалар хәҙер махсус проект ярҙамында хәл ителә. Берҙәм Рәсәй партияһының “Реаль эштәр” проекты тип атала ул. Төп асылы- граждандарҙың әүҙемлегенә гранттар менән ярҙам итеү, халыҡтың власть менән тура диалогына өлгәшеү. Һайлаусыларҙың республика парламенты депутаттарына наказын үтәү маҡсатында 2015 йылдан ғәмәлгә ашырыла ул. Бәләкәй ауылға ҙур инвестор килтереүе ҡатмарлы. Урындағы проблемаларҙы хәл итеү өсөн ошондай механизмдар бик тә яйлы булып ҡала.

ЭФИРҘА ҮТКӘН ТАПШЫРЫУҘАР