Иҡтисад һәм донъя

Йылдың иң ҙур иҡтисади ваҡиғаларының береһе - Сочи форумы үтте. Унда Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәренән, сит илдәрҙән 4 мең кеше ҡатнашты, сәйәси элита һәм бизнес вәкилдәре бергәләшеп эшләү тураһында килешеүҙәр төҙөнө, инвесторҙар заказсылар менән танышты. Башҡортостан да байтаҡ килешеүҙәр менән әйләнеп ҡайтты унан. Дөйөм сумма 80 миллиард һумға тиң. Башҡортостанда кесе бизнестың өлөшөн арттырыу мәсьәләһе йылдар дауамында көнүҙәк булып ҡала. Әлегә төбәктә тулайым тауарҙың – 20, йыйылған һалымдың 10 проценты ваҡ эшҡыуарҙарға тура килә. Алдағы 5-10 йылда уларҙың һалым өлөшөн 15-20 процентҡа еткерергә мөмкин, ти эксперттар.

ЭФИРҘА ҮТКӘН ТАПШЫРЫУҘАР