Һаҡал

Дуҫтарым, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары муйын биҙәгес әйберҙәрен элек-электән яратҡан. Шуға ла улар бигерәк күп төрлө, атамалары ла төрлөсә. Мәҫәлән, ҡытайҙы төрлө төбәктә төрлөсә йөрөткәндәр: мунсаҡ, муйынсаҡ, муйын бәйе, төймә, гәрәбә, эрмәржен, бусый, ҡытай тип. 

Тағы ла башҡорт ҡыҙҙары мәрйен тағырға  яратҡан. Муйынға саф көмөш тәңкәнән торған биҙәгестәр ҙә ҙә кейгәндәр.  Өс ҡат тәңкәнән торған муйын биҙәгесен иҙеү тип тә йөрөтәләр. Күкрәк биҙәгестәре селтәр, алмиҙеү, муйса һәм һаҡал була.

Һаҡал – күкрәк биҙәүесе.  Уны төрлө таштар, мәрйендәр менән биҙәп яһар булғандар. Мәрйен һәм таштарҙың төҫө лә мөһим. Мәҫәлән, ҡыҙыл төҫ  эшкә һәләтлекте арттыра, ҡан баҫымын яйға һала. Аҡ таштар күҙҙе һаҡлай, осҡорлоғон яҡшырта, йәшел төҫлө таштар тынысландыра. Ай ташы, мәрйен, ҡыҙыл яҡут һөйәк һыҙлауын баҫа, аҙ ҡанлылыҡтан дауалай, тынысландыра, быуын, тамаҡ ауыртыуынан файҙа. Ашҡаҙан сирен һары йәки йәшел таштар дауалай.  Шулай уҡ ҡортбаш тигән ҡабырсаҡтар ҙа ҡушып теккәндәр. Ҡортбаш - күҙ тейеүҙән һаҡлай.

Һаҡал – биҙәүес була!

Алексей Алтаев
Республикала алкоголдән ағыуланыусылар һаны кәмегән
Республикала алкоголдән ағыуланыусылар һаны кәмегән
Иләү
Республиканың “Инцидент менеджмент” системаһы Рәсәйҙә юғары баһа алған
Республиканың “Инцидент менеджмент” системаһы Рәсәйҙә юғары баһа алған
Иләү
Башҡорттарҙың федераль милли-мәҙәни автономияһы халыҡтарҙы берләштереү ролен үтәйәсәк
Башҡорттарҙың федераль милли-мәҙәни автономияһы халыҡтарҙы берләштереү ролен үтәйәсәк
Иләү