Беҙ бөгөн, бәләкәс дуҫтарым, мөхәббәт хаҡында һөйләшәбеҙ. Ике йән эйәһе: егет менән ҡыҙ бер-береһен эҙләп таба, араларында мөхәббәт уты тоҡана. Улар ғаилә ҡороп, нәҫелдәрен дауам итә. Атай менән әсәй балаларын тәрбиәләп, ҡурсалап, яратып үҫтерә. Был ата-әсә-бала мөхәббәте тип атала. Ә ғаиләләрҙән тотош ил барлыҡҡа килә. Кешеләр үҙе йәшәгән илде яратырға, һаҡларға, яҡларға бурыслы.Бына беҙҙең олатайҙар илде һаҡлап, яуға сыҡҡан. Күптәр һәләк булған. Ләкин илен дошманға бирмәгән. Был – Ватанға булған һөйөү.
Бөгөн беҙ Тәскирә Даянованың "Аҡсәскә" тигән әкиәтен тыңлайбыҙ.