Ҡыйыҡтан тып-тып тамсылар тама. Ҡар көндән-көн аҙая. Ә ҡояш нурҙары шундай яҡты, сағыу. Урамда эй рәхәт. Урамға сыҡһаң, өйгә кире инге килмәй . Яҙ килде бит, яҙ! Ә яҙ ҡайҙан килә һуң? Ҡоштар кеүек йылы яҡтанмы? Дуҫтар, һеҙҙең шул турала уйлағанығыҙ бармы? Әйҙәгеҙ, яуапты Әлфиә исемле ҡыҙыҡай менән бергәләп эҙләйек.