Китап нисек барлыҡҡа килгән?

Китаптың ҙур тарихы бар. Иң башта яҙыусы үҙ башында тыуған әҫәрҙәрен ҡағыҙға теркәй. Был ҡулъяҙма тип атала. Уны элек ҡулдан яҙғандар, шунан яҙыу машинкаһында баҫҡандар, хәҙер компьютерҙа. Яҙыусы ҡулъяҙманы нәшриәткә алып килә. Унда мөхәррир тигән кеше яҙыусыға китап матурыраҡ, яҡшыраҡ сыҡһын өсөн төрлө кәңәштәр бирә. Корректорҙар хаталарын төҙәтә. Рәссамдар һүрәттәр менән биҙәй.

Китаптарҙы типографияларҙа ҙур ҡағыҙ биттәрендә махсус машинкалар ярҙамында баҫалар. Ләкин гел шулай булмаған. Әйҙәгеҙ, бәләкәстәрем, тарихҡа күҙ һалайыҡ.

Кешеләр 6 мең йыл элек яҙырға өйрәнгән. Ә ҡағыҙ яһарға ни бары шунан алып 4 мең йыл уҙғас ҡына өйрәнгәндәр.

Ә ҡағыҙ юҡ саҡта ташҡа яҙғандар.Тәүтормош кешеләре мәмерйәләрҙә йәшәгән һәм уларҙың стеналарына һүрәттәр төшөргән. Улар әлегә тиклем һаҡланған. Башҡортостанда Шүлгәнташ мәмерйәһендә лә табылған ундай һүрәттәр.

Ташҡа соҡоп та яҙғандар. Унан килә балсыҡҡа. Башта балсыҡты иҙгәндәр. Шунан таҡтасыҡтар яһағандар. Ырып яҙғас, мейестә яндырғандар.  Уларҙы ҙур һауыттарға һалып ҡуйғандар.

Шунан килә папирусҡа яҙғандар. Папирус – ул үҫемлек. Папирусҡа яҙыу Боронғо Мысырҙа таралған. Ул бик ҡиммәт торған.  Шуға  батшаларҙа, йәғни фараондарҙа ғына булған. Папирустарға ҡара йәки ҡыҙыл буяуға манып ҡылҡәләм менән яҙғандар. Ҡыҙыл юл тигән һүҙ шунан тороп ҡалған. Аҙаҡ торба рәүешендә төрөп ҡуйғандар.

Ике мең йыл элек Пергам тигән дәүләттә пергамент уйлап тапҡандар. Пергаментты кәзә, һарыҡ, быҙау тиреһенән яһағандар. Пергамент китаптың тышы ағас ҡайрыһынан булған. Бындай китаптар бик ҡиммәт торған. Сөнки бер китап өсөн бер көтөү мал кәрәк булған.

Урта быуаттарҙа тәүге китапханалар барлыҡҡа килгән. Китаптарҙы урламаһындар өсөн сылбырлап ҡуйғандар.

Боронғо Рустә туҙға яҙғандар. «Туҙға яҙмағанда һөйләмә» тигән әйтем шунан ҡалған. Ҡайын ағасының ҡайрыһын туҙ тип йөрөтәләр.

Ҡағыҙҙы Ҡытайҙа уйлап тапҡандар ҙа 400 йыл буйы сер итеп һаҡлағандар. Башта уны сепрәктән, аҙаҡ ағастан яһағандар.Ҡағыҙ фабрикаһында ағасты онтаҡлайҙар һәм ҙур ҡаҙандарға һалып ҡайнаталар. Кәрәкле матдәләр ҡушҡас, ул аҡ төҫкә инә. Шунан ҡағыҙ йәйә торған машинаға ебәрәләр.

15 быуатта Иоганн Гуттенберг тигән кеше китап баҫа торған машина уйлап тапҡан. Шунан алып металлдан ҡойолған хәрефтәр һәм һандар ярҙамында баҫа башлағандар китапты. Ә китап баҫҡан урынды типография тип йөрөтә башлағандар.

Китап бына шундай оҙон юл үткән. Беҙ бөгөн Зәйтүнә Шәрипова апай яҙған “Китаптар ҙа дуҫлаша” тигән әкиәт тыңлайбыҙ.

 

 

Ҡарға батмаһын, тығында ҡатмаһын, тау башында балҡыһын да балҡыһын!
Ҡарға батмаһын, тығында ҡатмаһын, тау башында балҡыһын да балҡыһын!
Иләү
Эксперт: Коронавирустан вакцина ҡотҡарасаҡ
Эксперт: Коронавирустан вакцина ҡотҡарасаҡ
Иләү
2021. Маҡсаттар һәм бурыстар. Хөкүмәт кәңәшмәһе
2021. Маҡсаттар һәм бурыстар. Хөкүмәт кәңәшмәһе
Иләү