Яҙын умырзая, үгә инә үләне, бәпембә, һөтлөгән, кәзә һаҡалы кеүек үҫемлектәр иң тәүгеләрҙән булып сыға. Һөтлөгән менән кәзә һаҡалы ашарға яраҡлы.
Кәзә һаҡалының нисек килеп сығыуы хаҡында Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина апайығыҙ бик ҡыҙыҡ әкиәт яҙған. Әйҙәгеҙ, бәләкәстәр, бергәләп тыңлайыҡ.