Ҡайын ағасының һуты бик файҙалы. Тик уны йыйғанда ағас менән һаҡ тотонорға кәрәк. Һутты бәләкәй, йәш ағастарҙан йыйырға ярамай, сөнки улар ҡорой. Ҙур булып үҫкән көслө ағастарҙың ғына һыуын алырға була. Тик унда ла ағастың ҡабығында бәләкәй генә тишек быраулап.
Ҡайын һутын элекке замандарҙан уҡ ҡулланғандар. Унда В6, В12 витаминдары күп. В6 - кешенең нервылары өсөн файҙалы, В12 - ҡанда гемоглабин яһауҙа ҡатнаша, матдәләр алышыныуҙа булышлыҡ итә. Ҡайын һыуы ашҡаҙан, бауыр өсөн дә бик шифалы. Матурлыҡ өсөн дә файҙалы - бит тиреһе майлы булһа, ҡайын һуты менән йыуалар, яҙғыһын биткә сыҡҡан пигмент таптарын, һипкелдәрҙе бөтөрә. Ҡайындың бөрөләре лә, япраҡтары шифалы. Бөрөләре яраларҙы уңалта. Япрағынан миндек яһайҙар. Мунсала ҡайын япрағынан яһалған миндек менән сабынһаң, тәндәр еңеләйеп, йәшәреп китә.
Бәләкәстәр, беҙ бөгөн "кәзә нисек итеп үҙенә йорт һалған?" тигән рус халыҡ әкиәтен тыңлайбыҙ.