Кәкүк ситеге орхидеялар ғаиләһенән. Сәскәләре лә оҡшаш. Тик кәкүк ситеге бер һабаҡта берәр генә сәскә ата.Элегерәк күп итеп йыйғандар ҙа шуға улар бөтә яҙған, һирәк кенә осрай. Кәкүк ситеге «Ҡыҙыл китап»ҡа индерелгән.
Юғала барған үлән- сәскә, ағастар, ҡоштар, бөжәктәр һәм башҡа тереклек «Ҡыҙыл китап» тип аталған китап биттәренә теркәлә. Уның һәр бите кешеләрҙе миһырбанлыҡҡа өндәй, беҙҙе бар иткән тәбиғәткә һаҡсыл ҡарарға саҡыра.
Гөлнур Яҡупова апайығыҙ ижад иткән «Кәкүк ситеге» тигән әкиәтте, әйҙәгеҙ, бәләкәс дуҫтарым, бергәләп тыңлайыҡ.