Ҡарр! Ҡарр! Ҡарр!
Ҡарға бутҡаһына барр!
Ҡарр! Ҡарр! Ҡарр!
Ҡарғатуйға барр, барр, барр!
Ҡарғатуйға бармағандың
Күңеле булыр тарр, тарр!
Ҡарғатуйға барр, барр!
Һөлгө йыям, күрегеҙ,
Һеҙ ҙә бүләк бирегеҙ.
Аллы-гөллө һөлгө тағып,
Ҡарғатуйға килегеҙ!
Бәләкәс дуҫтарым, беҙ бөгөн халҡыбыҙҙың яҙ байрамдарының береһе - Ҡарға бутҡаһы хаҡында һөйләшәбеҙ. Ошо хаҡта Фәйрүзә Фәтҡуллина апай яҙған хикәйәне һәм Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина апай ижад иткән шиғырҙарҙы тыңлайбыҙ