Халҡыбыҙ борон замандан йылҡы ҡараған. Батырҙар атҡа атланып, ил һаҡларға яуға сапҡан. Ир-егеттең күңелендә ейәрле-йүгәнле ат ятыр, ат – ир ҡанаты тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр бит.
Шифалы ҡымыҙҙы ла бейә һөтөнән яһайҙар. Ат – дөйөм атама. Бейә тип ҡолонлай торған атҡа әйтәләр.
Тимәк, бейә - әсәй ат. Атай ат айғыр тип атала. Айғыр - ат өйөрөнөң башында йөрөй. Тағы ла ҡолонламаған бейәне байтал тип йөрөтәләр. Яҡшы аттарҙы арғымаҡ тиҙәр. Төҫтәре буйынса ла төрлөсә йөрөтәләр аттарҙы. Мәҫәлән, турат, алмасыбар. Йөрөштәре буйынса ла айыралар. Мәҫәлән, саптар, юртаҡ.
Ҡамыр батырҙың аты башта тай булған. Эйәр һалғас, ҡонанға әйләнгән. Башҡорттарҙа аттарҙы йәшенә ҡарап та төрлөсә йөрөтәләр.1 йәшкә тиклем – ҡолон, 1-2 йәштәгеһен – тай, 3-тәгеһен – ҡонан, ҡонажын, 4 – тәгеһен – дүнән, дүнәжен, 5-6 һәм унан да өлкәнерәген оло ат тиҙәр.
Бөгөн, бәләкәс дуҫтарым, "Ҡамыр батыр" тигән башҡорт халыҡ әкиәтен тыңлайбыҙ.