Бөгөн, бәләкәс дуҫтарым, башҡорт яугирҙәре һәм уларҙың ҡоралдары хаҡында һөйләшәбеҙ. Башҡорттар борон-борондан хәрби хеҙмәткә үҙенең ҡоралы, кейеме һәм аты менән барған. 1812 йылда Напалеон ғәскәрҙәре баҫып ингәс, батша хөкүмәте башҡорттарҙан полктар ойошотороу хаҡында фарман сығара. Француз яуына барған башҡорттар мылтыҡ, пистолет, ҡылыс, һөңгө, уҡ-һаҙаҡ менән ҡоралланып, Ватан һағына баҫа. Һуғышҡа ирҙәре менән ҡайһы бер ҡатын-ҡыҙҙар ҙа китә. Был хаҡта Василий Зефировтың "Йәнтүрә хикәйәләре" тигән әҫәрендә бәйән ителә. Бергәләп тыңлайыҡ.