Терпе ни өсөн энәле?

Терпе – бөжәк ашаусы бәләкәй генә урман йәнлеге. Бәләкәй булһа ла бик уҫал. Терпенең аяҡтары ҡыҫҡа һәм нескә генә, шәп йүгерә  алмай.  Тештәре лә ваҡ ҡына. Шуға күрә энәләре уның берҙән-бер һаҡланыу ҡоралы. Терпенең энәһе элек энә булмаған.  Ә башҡа хайуандарҙың йөнө кеүек йомшаҡ булған. Ләкин, ваҡыт үтеү менән, ул энәгә әйләнгән. Терпеләрҙең ҡайһы бер төрҙәре һаман да йомшаҡ тунлы. Мәҫәлән, гимнура тигән йәнлек. Ул йылы яҡтарҙа йәшәй, күберәк ҡомаҡҡа оҡшаған.

Фото №1 - Терпе ни өсөн энәле?

Терпенең энәләре сәс һымаҡ – һәр энәнең үҙ төбө бар. Энәләрҙең эсе ҡыуыш, ә тышы шыма була. Һәр бер энә йылдан ашыу үҫә. Улар алышынып тора – ҡойолған энәләр урынына яңылары сыға.

Кәрәк булғанда энәләрен йә тырпайта, йә төшөрә. Энәләрен төшөргән саҡта, терпе сәнсмәй, уны хатта ҡул менән һыйпап була. Ә инде энәләрен тырпайтһа, улар төрлө яҡҡа йүнәлтелгән була һәм уға яҡын килеп булмай.  Ҡурҡыныс тыуһа, терпе  сәнскеле йомғаҡҡа әйләнә.

Ысынында терпе – бәләкәй генә йыртҡыс. Ул еләк-емеш ашамай, бесәй кеүек сысҡан тота, ҡош йомортҡаларын ашай, ямғыр селәүсендәре һәм башҡа төрлө ерҙә йәшәүсе бөжәктәр менән туҡлана.

Ә өйҙә йәшәгән терпеләр бесәй аҙығы ашай, һөт эсә.

Беҙ бөгөн  Динә Талхина апай яҙған “Терпекәй” тигән әкиәт тыңлайбыҙ.

Стәрлетамаҡ рус дәүләт театры актеры Артур Ишмөхәмәтов
Иләү
Ғәли Соҡорой - башҡорт халҡының арҙаҡлы улы
Ғәли Соҡорой - башҡорт халҡының арҙаҡлы улы
Иләү
Табышулар күңелләргә илһам бирә!
Табышулар күңелләргә илһам бирә!
Иләү
Пенальти
Как получить 250 тысяч вместо земельного участка многодетным семьям в Башкирии