Һалҡын менән Һыуыҡ

Ҡул өшөһә, усты бер-береһенә ышҡыйҙар. Бармаҡтарға массаж эшләһәң, ҡул йылынып китә. Мейес  йә батарейка янында ла тоторға була, тик  уларға ҡулды тейҙерергә ярамай. Сөнки өшөгән тире бер нәмә лә тоймай, шуға күрә мейестең эҫеһен дә һиҙмәйсә, бешеп ҡуйыуың бар.Шулай уҡ, ҡул өшөһә, йылы һыу ағып торған кран аҫтында тоторға кәрәк. Аяҡ өшөһә, тасҡа йылы һыу һалып, аяҡты шунда тығып ултырһаң, тиҙ генә йылынып китәһең. Өшөгәндә йылы һыуҙан ванналар бик яҡшы. 

Фото №1 - Һалҡын менән Һыуыҡ

Һыуыҡта кеше үҙендәге йылыны һаҡларға тейеш. Ә йылыны нисек һаҡлайҙар, беләһегеҙме? Һауа торошона, температураһына ҡарап, ярашлы итеп кейенергә кәрәк. Ҡоро һалҡында кеше бик өшөп бармай. Ә бына ҡар яуғанда  кеше тиҙерәк өшөй. Сөнки ҡар яуғанда -1 С ҡына һалҡын, ләкин һауа еүеш була. Еүеш һалҡын кешене тиҙерәк өшөтә.

Малайҙар, ҡыҙҙар, ҡышҡы кейем йәбешеп тормайса, саҡ ҡына бушыраҡ булһа, йылыраҡ була. Аяҡ кейеме лә әҙерәк кенә ҙурыраҡ булырға тейеш. Сөнки кейем араһындағы һауа йылыны һаҡлай.

Һыуыҡта эҫе генә сәй эсһәң, йылы аш ашаһаң, тиҙ генә өшөмәйһең. Сөнки йылы аҙыҡ кешен эстән йылыта. Һәм, әлбиттә, һыуыҡҡа бирешмәҫ өсөн хәрәкәт итергә кәрәк.

Беҙ бөгөн, бәләкәс дуҫтарым, “Һыуыҡ менән Һалҡын” тигән башҡорт халыҡ әкиәтен тыңлайбыҙ. Әкиәтте Заһир  Зәйнетдин ағай уҡый.

Хуплау һәм яҡлау тапҡан башланғыстар
Хуплау һәм яҡлау тапҡан башланғыстар
Иләү
Милли кейем закон менән яҡланамы?
Милли кейем закон менән яҡланамы?
Иләү
Ҡарға батмаһын, тығында ҡатмаһын, тау башында балҡыһын да балҡыһын!
Ҡарға батмаһын, тығында ҡатмаһын, тау башында балҡыһын да балҡыһын!
Иләү
Башкорт йыры 2020
Как получить 250 тысяч вместо земельного участка многодетным семьям в Башкирии